Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 18:00

Радий Хәбиров 2019 йылда Рәсәйҙең 10 билдәле шәхесе исемлегенә инде

#РадийХәбиров

«Медиалогия» компанияһы Рәсәйҙең билдәле шәхестәре рейтингын әҙерләне. Исемлек 2019 йылдың ғинуарынан декабренә тиклем Рәсәйҙең киң мәғлүмәт сараларында телгә алыу буйынса төҙөлгән.
Рейтингта беренсе урынды Рәсәй президенты Владимир Путин биләй. Икенсе урында – хөкүмәт премьер-министры Дмитрий Медведев, өсөнсөлә – Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исемлектә 14-се урында тора. Уҙып барған йылда киң мәғлүмәт саралары Хәбиров хаҡында 116 136 тапҡыр яҙған.
Рейтингта республика етәксеһе Мария Захарова, Ксения Собчак, Рамзан Ҡадиров, Артем Дзюба һәм Алла Пугачева кеүек медиа-шәхестәрҙе уҙып киткән.
Бынан алда Радий Хәбиров «Медиалогия» компанияһының губернаторҙар рейтингында өсөнсө урынды алды.
Читайте нас: