Аҡъюлайҙы бигерәк кәмһетеп ташланылар, имеш, ҡыш ниңә һаман оҙаҡлай. Бына алдағы ял көндәрендә ныҡ ҡына һыуытасаҡ. Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, айырым райондарҙа буран сығыуы һәм боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә -15 градустан түбән төшә, аяҙытҡанда -22-гә тиклем.