Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 11:50

Эш хаҡында айырма ҙур булмаҫҡа тейеш

#ВладимирПутин

Кисә ҙур матбуғат конференцияһында Рәсәй Президенты Владимир Путинға төрлө өлкәгә ҡағылышлы һорауҙар бирҙеләр. Әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге проблемалар ҙа ситтә ҡалманы. Күп төбәктәрҙә табипҡа сираттың айҙар буйы һуҙылыуы, ә хеҙмәт хаҡының түбән булыуы, шул сәбәпле медицина хеҙмәткәрҙәренең күпләп эштән китеүе, баш табип менән ябай хирургтың хеҙмәт хаҡы айырмаһы ике тапҡырҙан да артыҡ булыу мәсьәләһе күтәрелде. Путин был өлкәлә проблема барлығын инҡар итмәне. Ул шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау менән идара итеү моделенең һәйбәт үҫеүен билдәләне. Баш табип менән ябай хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы айырмаһы мәсьәләһен хәл итеү кәрәклеген әйтте. Мотлаҡ медицина страховкалауы тарифын арттырырға, даими окладтың база ставкаһын үҙгәртергә тәҡдим итте. Дәртләндереүсе түләүҙәр булдырыу, өҫтәмә түләүҙәрҙе арттырыу мөһимлеген билдәләне.
Ил башлығы иҡтисад үҫеше менән бергә социаль өлкәлә (беренсел медицинала) хеҙмәт хаҡын күтәреү кәрәклеген асыҡланы.
“Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә беренсел медицина звеноһына өҫтәмә 550 миллиард һум аҡса бүленәсәге әйтелде. Аҡса фондтарын тәртипкә килтереүгә, техника һәм транспорт алыуға тотоноласаҡ. 10 мең учреждение төҙөкләндерергә йәиһә төҙөргә, 37 мең транспорт сараһы, 10 мең берәмек йыһаз алырға планлаштырыла. Ҡалған өлөшө онкология менән көрәшергә йүнәлтеләсәк.
Дәүләт башлығы йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, туберкулез менән көрәш өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләр булыуын, балаларҙың үлем осраҡтары кәмеүен билдәләне.
Читайте нас: