Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 17:25

"Хыялың булғанда һин көслө..." Йәки һикһән йәшлек инфотренер

Донъяның һәм Рәсәйҙең үҙ геройҙары булһа, Башҡортостан да артта ҡалмай. Китаптары “Озон” һәм башҡа платформаларҙа йөҙәр мең тираж менән таралған башҡорт ҡыҙы РегинаДоктор, продукцияларын инстаграм аша барлыҡ Рәсәйгә һатҡан “Папа Карло”, төрлө селтәрҙәрҙә миллион яҙылыусыһы булған инфобизнесмен-миллионер Азат Вәлиев һәм башҡалар араһында йәш үҙенсәлеге менән айырылып торған инфотренер Луиза инәй Әминева ла бар. Һикһәнен ҡыуалаған Луиза Фаяз ҡыҙы Октябрьский ҡалаһында йәшәй. Уның скайп аша бер сәғәтлек консультацияһы өс мең һумдан башлана. Июлдә киләһе онлайн бизнес уйыны асыла, унан һуң оҫталыҡ дәрестәре һәм айырым курсы. Реклама бик алама эшләп, курсҡа ике генә кеше яҙылғанда ла, инәйҙең янсығына илле мең төшөп ятасаҡ. Мөғжизәме? Әйе! Әммә был уңыш бер көнлөк хеҙмәт емеше түгел.#Шоңҡаржурналы #ЛуизаӘминева #Инфотренер

Мәғлүмәти эшҡыуарлыҡ бөгөн донъяла иң килемле өлкә һанала. Был һүҙҙең руссаһына, инфобизнес тигәненә ҡолаҡ нығыраҡ өйрәнгән. Ошо юҫыҡта “Инстаграм”, “Телеграм”, “Бәйләнештә”, “Пинтерест”, “Яндекс дзен” һәм башҡа ресурстарҙа хеҙмәт иткән меңәрләгән йәш кеше миллионер булып китте, был әкиәткә тиң хәл асылда бөгөнгө ысынбарлыҡ. Интернет мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланырға тырышҡан һәр кемдең ошо өлкәлә ниндәй ҙә булһа курс, бик булмаһа вебинарҙарҙа ҡатнашып ҡарағаны барҙыр. “Инфобизнес гуру”лары тип аталған селтәр мөғәллимдәренең араһында миллиондарса яҙылыусылары булғаны ла, бер нисә меңлек аудитория менән сикләнгәндәре лә етәрлек.
Уларҙың исемдәре беҙҙең тел осонда. Донъяның һәм Рәсәйҙең үҙ геройҙары булһа, Башҡортостан да артта ҡалмай. Китаптары “Озон” һәм башҡа платформаларҙа йөҙәр мең тираж менән таралған башҡорт ҡыҙы РегинаДоктор, продукцияларын инстаграм аша барлыҡ Рәсәйгә һатҡан “Папа Карло”, төрлө селтәрҙәрҙә миллион яҙылыусыһы булған инфобизнесмен-миллионер Азат Вәлиев һәм башҡалар араһында йәш үҙенсәлеге менән айырылып торған инфотренер Луиза инәй Әминева ла бар. Һикһәнен ҡыуалаған Луиза Фаяз ҡыҙы Октябрьский ҡалаһында йәшәй. Уның скайп аша бер сәғәтлек консультацияһы өс мең һумдан башлана. Июлдә киләһе онлайн бизнес уйыны асыла, унан һуң оҫталыҡ дәрестәре һәм айырым курсы. Реклама бик алама эшләп, курсҡа ике генә кеше яҙылғанда ла, инәйҙең янсығына илле мең төшөп ятасаҡ. Мөғжизәме? Әйе! Әммә был уңыш бер көнлөк хеҙмәт емеше түгел.
Интернетта аҡса эшләп булыуын Луиза инәй 76 йәшендә төшөнә. Шунан башлана ла инде фиҙакәрҙәрсә белем тауына үрләү. Уның менән әңгәмәләшеүе күңелле. Һөйләшеү башында уҡ бөгөн килем алыу өсөн иң шәп майҙансыҡ Инстаграм икәнен, көнөнә нисә сториз һалыу уңышлы булыуынан башлап, чат-боттарҙың ни өсөн кәрәклеген, һатыу сөңгөлдәре (воронки продаж) нисек ҡоролорға тейеш икәнен дә, таргет менән ретаргеттың ниндәй осраҡта һөҙөмтә бирәсәген дә бер сама аңлатып өлгөрҙө.
Луиза ханым ғүмер буйы бөтә нәмәне лә «5»-легә башҡарып өйрәнгән. Мәктәптә лә, нефть техникумы, музыка училищеһында ла тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. 60 йыл музыка уҡытыусыһы булғанда ла уны «отличник синдромы» ташламай. Әле лә ниндәй генә курстарҙа уҡымаһын, һәр бирелгән күнегеүҙе еренә еткерә. Шуға ла коучтарҙың яратҡан уҡыусыһы ул.
Бөгөн уның уңышына меңдәрсә кеше һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарай. Кеше хаҡында фекер йөрөтөрҙән алда уның ситеген кейеп, үткән юлынан уҙып ҡара, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Әгәр ҙә Луза Әминеваның ниндәй яҙмыш дауылдарын кисергәнен белһәләр, интернет селтәрендәге яҙылыусылары уға бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарар ине, моғайын.
Луиза Фаяз ҡыҙының атаһына уҡыу эләкмәһә лә, үҙ тырышлығы менән ҙур үрҙәр яулай, төрлө урында етәксе була. Бер саҡ уны Үзбәкстанға оҙайлы командировкаға ебәрәләр. Уны һағынып, эргәһенә ғаиләһе лә килә, әммә ике йәшлек ҡыҙҙарына һауа килешмәй. Йәштәр баланы ҡотҡарыу өсөн ғаилә башлығының тыуған яғына, Соль-Илецкиға күсеп ҡайтырға ҡарар итә. Әммә өлгөрмәйҙәр, сабый юлда йән бирә. Уны ерләргә туҡталған саҡта, Үзбәкстандың Яҡҡабаҡ станцияһында Луиза донъяға килә лә инде. Атаһы һуғышҡа китер алдынан элеваторҙа директор була. 1942 йылда Сталинград өсөн барған һуғышта ғүмере ҡыйыла. Һылыу һәр саҡ коммунист атаһының лайыҡлы ҡыҙы булырға тырыша. Башҡалар тиҙерәк мәктәп формаһынан ҡотолор өсөн йәйҙе көтһә, ҡыҙ иһә каникулда ла галстугын сисмәй.
Баҡса балаһы
Ире Фаяз фронтта һәләк булғандан һуң Зәйтүнәне яҙмыш еле Боғоросланға илтә. Ул балалар баҡсаһына урынлаша, ҡыҙы Луиза менән шул уҡ баҡсала ҡунып йөрөйҙәр. Торор ерҙәре булмағас, ҡыҙын уйлап, ниндәй мөнәсәбәткә лә түҙерен белеп, баҡса мөдире әсәһенә төнгө тәрбиәсе эшенән тыш завхоз һәм ҡарауылсы бурыстарын да йөкмәй, ә эш хаҡын бер генә ставка өсөн түләй. Әммә әсәле-ҡыҙлы нисек тә бирешмәҫкә тырыша. Көндөҙ Луиза шул уҡ баҡсала тәрбиәләнеүсе сифатында йөрөй. Ул шул тиклем ҡыҙыҡһыныусан була, әле бер, әле икенсе тәрбиәсенән һорашып, тиҙ арала үҙ аллы уҡырға, хатта яҙырға ла өйрәнеп ала. Әммә баяғы мөдирҙең ҡырын ҡарашына ғына тап булмаҫҡа тырыша. Ә төндә инде, барыһы ла ҡайтып бөткәс, әсәһе уға теләгән уйынсығы менән уйнарға рөхсәт итә, тик ҡыҙ уларға түгел, ә кәштәләге китаптарға ҡыҙыға. Әсәһенең төп талабы – нимәгә ҡағылһа ла, аҙаҡтан нисек ятҡан, кире шулай һалырға. Был хәл ҡыҙҙың хәтерен нығыта. “Мурзилка”, “Веселые картинки” журналдарын, “Круглый год” тигән йыйынтыҡты айырыуса ярата. Ҡарап туйғас, ҡайһы китап артынан ниндәйе торғанын иҫләп, тейгәнен бер эҙәрмән дә һиҙмәҫлек итеп теҙеп ҡуя. Музыка уҡытыусыһының балаларға иртәлектәр әҙерләгәнендә фортепьянола уйнауын күҙәтеп йөрөй торғас, үҙе лә апаруҡ өйрәнеп ала. Алты йәшендә барып китапханала теркәлә.
Атаһының һәләк булғанға тиклем һуғыштан яҙған хаттарын, ғаилә фотоларын әсәһе балалар баҡсаһының мейес йүшкәһендә һаҡлай. Бер көн ҡапыл килеп ингән санэпидемстанция хеҙмәткәрен баҡса буйлап йөрөткән мөдир апай, тикшеренеүсенән алда инеп, йүшкәгә нимәлер ҡыҫтырылғанын аңғара ла, тегеһе күрмәҫ элек тип, тота ла утҡа ырғыта. Шуға ла атаһының фотоһын ҡыҙ егерме йәшендә генә, туғандарында күрә.
Өс эште тартҡан әсәһе уны мәктәпкә алһындар өсөн барып ғариза яҙыр мөмкинлек тапмай. Һорап китәм тиһә, мөдир: “Эшләргә теләүселәр күп, урының бушағанын көтөп кенә торалар,” – тип баҫа. Күндәм ҡатын балаһы хаҡына түҙә. Беренсе класта урын ҡалмаҫ тип ҡурҡҡан Луиза директорға үҙе бара. Уның “документтарыңды алып әсәйең килһен” тигәненә лә аптырап ҡалмай. “Уға эштән китергә ярамай, килһә лә, ул грамотаһыҙ, барыбер ғаризаны миңә яҙырға тура киләсәк”, – ти. Әсәһе шулай ҙа белем көнөндә ҡыҙын мәктәпкә үҙе етәкләп алып барыр өсөн ярты сәғәт һорай. Әммә был хаҡта белеп ҡалған Луиза: “Эйәртенешеп йөрөргә мин һиңә бәләкәстер шул”, – тип үҙе генә бара. Башҡаларҙың барыһын да кем дә булһа оҙата килгәнен күреп, аптырабыраҡ ҡайта, шулай ҙа.
Мал ояһында үткән йылдар
Мәктәпкә төшкән ҡыҙын мөдир балалар баҡсаһында йәшәтмәҫен яҡшы аңлаған әсә төрлө юлдар эҙләй. Балалар баҡсаһы майҙанын таҙартып йөрөгәндә, бер мал һарайының иҙәнле булыуын аңғарып, шунда ҡыҙына торлаҡ әтмәләргә рөхсәт һорай. Ояның эсен дә, тышын да балсыҡ менән һылап, бәләкәс кенә тәҙрәһенә тыштан төнгә ябырлыҡ ҡайтарма ҡуя. Хатта үҙенсә солан һымаҡ нәмә лә әтмәләй. Ете йәшлек ҡыҙ ошонда йәшәй башлай. Берҙән-бер ғәзиз кешеһе яҡында ғына булһа ла, килеп уның хәлен белә алмай. Төнгөлөккә әсәһе тыштан тәҙрәне бикләһә лә, һарайға терәлеп торғас, ҡомаҡтар ҙа, сысҡандар ҙа ҡыштыр-ҡыштыр килеүенән шөрләй. Дөм ҡараңғылыҡтан ҡасып, башын юрғанға төрә лә, китаптарҙан уҡып белгән Олег Кошевой, Ульяна Громова, Сережа Тюленин, Саша Григорьевтарҙы хәтерләп: “Эх, Луиза, бешмәгән, һин бында ҡараңғы төндән ҡалтырап ятаһың, ә ана улар дошмандан да ҡурҡмаған”, – тип, үҙен үҙе ҡеүәтләргә тырыша. Кистән әсәһе торғас йыуынырһың, тип өҫтәлгә ҡуйған бер биҙрә һыу таң атҡансы туңа. Ҡыҙыҡай алюмин көрөшкә менән боҙҙо туҡмап яра ла, битен йыуа. Өҫ-башын рәтләгәс, таң һарыһы менән мәктәпкә китә. Дәрес башланырҙан бер-ике сәғәт алда барып ултыра, шулай итһә, уҡытыусы класҡа ингәнсе төндә өшөп ҡалтыранған тәне йылынып өлгөрә. Мәктәп ҡарауылсыһы уның хәлен аңлағандыр инде, һәр ваҡыт ҡыҙ килеүгә ишектең келәһен күтәреп ҡуя. Ә инде ун бер тирәһендә май һылап, өҫтөнә бер аҙ шәкәр ҙә һибеп бер телем икмәк бирәләр. Луиза өсөн ул иртәнге тамаҡ иҫ киткес тәмле тәғәм булып күренә. Дәрестән һуң йәнә лә һыуыҡҡа ҡайтмаҫ өсөн ҡыҙ өйгә эш эшләп, мәктәптә булған ваҡытын һуҙа. Сәғәт дүрт-биштә ҡайтып инә лә, әсәһе аҡ яулыҡ менән ҡаплап ҡалдырған эмалле тәрилкәгә ҡарап, өҫтәлде урап байтаҡ ҡына йөрөй әле. Шундуҡ ашаһа, балалар баҡсаһынан уны яратмаған ашнаҡсы ҡайтып киткәнен көтөп, төнгә ҡарай ғына әсәһе эргәһенә инеп сыҡҡанынса оҙаҡ көтөргә шул, асыҡтыра. Тәрилкәлә нимә тиһегеҙме? Әсәһе балаларҙан ҡалған икмәк киҫәктәрен ваҡлап, өҫтөнә һыу ҡойоп китер була, был боламыҡ – ҡыҙсыҡтың төшкө ашы. Ә төнгә ҡарай ул әсәһенең ҡарауыл эше башланмаҫ борон, тип балалар баҡсаһына йүгерә. Ҡәҙерлеһе уға берәй тәрилкә бутҡа ашата, бутҡа ала алмаған булһа, үҙ өлөшөн ҡалдыра. Ҡайһы берҙә ул, бөгөн ашнаҡсылар һөт көйҙөргән, тип ҡуя, был инде оло байрамға тиң ваҡиға. Кескәй ҡыҙ ҡаҙанға башын тығып, төбөнә ҡатҡан күбекте ашай. Туңдырма тәмләп ҡарамаған бала өсөн ошо нәмә донъялағы иң татлы ризыҡ булып тойола. Алманан ул һигеҙ йәшендә генә ауыҙ итә, ун дүрт йәшендә әсәһе кибеттән аҡ май алып ҡайта. Тик маргаринға күнеккән һылыу унан баш тарта һәм ғүмер буйы аҡ май ашарға өйрәнә алмай. Тамаҡ ялғап алған ете йәшлек бала әсәһе эргәһендә ҡуна ҡалыр ине лә, ярамай шул. Ҡалайтһын, кире үҙенең өңөнә ҡайтырға тура килә. Ямғырлы мәл булһа, түбәнән тамған һыу иҙәнде ҡаплай. Шунда аяғы һыуланмаһын өсөн ул иҙәнгә оло-оло таштар түшәп ҡуя. Таштан-ташҡа баҫып ҡына төптә торған карауатҡа үтә лә китә...
Луиза мәктәптә уҡығанында уҡ әле Зәйтүнә апай эшләгән баҡсаны икенсе ергә күсерәләр һәм уның урынында туберкулез сирлеләре өсөн дауахана урынлаша. Дауахана майҙанында ҡыҙ йәнә дүрт йыл йәшәй, баш табип уны өңөнән ҡыуып сығарыу өсөн ниҙәр генә эшләп ҡарамай. Әсәһе улар менән судлаша торғас, коммуналканан һигеҙ квадрат метрлыҡ бүлмә алыуға өлгәшә. Хәҙер уларҙың ысын өйө була, әммә ишектәре дөйөм түрбашҡа ҡарағас, бөтә еҫ тура бүлмәләренә инә. Шуға ҡыҙҙың башы ауырта, әсәһе уны кистәрен, айға ҡараһаң баш яҙыла, тип алдаштырып, саф һауаға алып сыға. Ҡыҙ был һүҙҙәрҙе ысынға алғас, хәле лә еңеләйә.
Уҡыу һәм уҡытыу ҡомары
Ошондай шарттарҙа яңғыҙы ғына йәшәһә лә, Луиза һыр бирмәй. Мәктәптә бишлегә генә уҡый. Әсәһенә алған билдәләрен берҙе генә күрһәтеп ҡарай, Зәйтүнә апай ҡыҙының көндәлегенә күҙ ҙә һалмай. “Уҡыуың үҙең өсөн, минең кеүек йәшәргә теләмәһәң – тырышырһың, юҡ икән, үҙеңә үпкәлә”, – тип кенә ҡуя. Әйткәндәй, үҙе бишенсе класҡа еткәс, ҡыҙыҡай ғәрәп яҙмаһын ғына белгәнгә грамотаһыҙ тип һаналған әсәһенә кириллицаны өйрәтә. Үҙе барып музыка мәктәбенә имтихан бирә. 1947 йыл барыһы ла, ниһәйәт, бер аҙ һуғыш афәтенән айнып, балаларына музыка тәрбиәһе бирергә булғанғамы, конкурс айырыуса ҙур була. Әммә ул саҡта модаға ингән А. Новиковтың “Эх, дороги, пыль да туман...” тигән йырын башҡарып, һирәк осраған тауышы менән таң ҡалдырған ҡыҙҙы ҡушҡуллап алалар. Ҡайтып, һөйөнөсөн әсәһенә еткерә. Тик ҡәҙерлеһе уны янына ултырта ла: “Әйҙә һанап ҡарайыҡ, ике йөҙ һум эш хаҡымдың яртыһы газға түләүгә китә, ти. Яңы ғына үткән газ таҙартылмаған булғас, махсус таҙартып алыу бик ҡиммәткә төшә. Ҡалғаны утҡа һәм егерме биш һумды музыка мәктәбенә лә бирһәк, бөтөнләй ҡалмай. Әйҙә, музыкаға хужа балалары уҡыһын, уларға килешә. Миңә ябай мәктәп тә эләкмәне әле, ә һин белем алаһың, бәхетлеһең”, – тип тә ҡуя. Бәхетле Луиза шунда үҙенә әлегә был ишектең ябыҡ булыуын аңлай.
Педагогик һәләте лә бәләкәйҙән асыла ҡыҙҙың. Алты йәшендә тәрбиәселәр йыйылыш фәләнгә китһә, әкиәт уҡый тор, тип төркөмдө уға тапшырып китер була. Мәктәптә саҡта иһә икегә өлгәшкәндәрҙе беркетәләр. Көн һайын дәрестән ике сәғәт алда йорттарына барып, өйгә эштәрен эшләгәндәрме икәнен тикшерә, аңламайбыҙ тигәндәргә теманы төшөндөрә. Байтаҡ йылдар үткәс, Боғоросланда үҙе шулай уҡыуын тартышҡан Боря Гавриловты осрата. Борис уны күргәс тә, ҡосаҡлап ала. “Луиза, беләһеңме, мин хәҙер “Боғоросланнефть” НГДУ-һында баш инженер, ғаиләм, балаларым бар. Һин булмаһаң, кеше булып китә алмаҫ инем, ғүмерем буйы рәхмәтлемен”, – ти. Луизаның ғәҙәткә индергән тағы бер яҡшы яғы була – ул да булһа үҙенә төрлө маҡсаттар ҡуйып, шуға ынтылыу. Мәҫәлән, алтынсы класта М. Лермонтовтың “Мцыри” поэмаһын оҡшатып, тулыһынса ятларға ниәт итә һәм ятлай ҙа. Етенселә А. Пушкиндың “Онегин”ына ғашиҡ була һәм тағы ла үҙенең алдында мәсьәлә ҡуя, һөҙөмтәлә әҫәрҙең күпселек өлөшөн иҫендә ҡалдыра. Уға бер ҡасан да, берәү ҙә шулай эшлә, тимәй, ҡанатландырып, маҡтап-хуплап та тормай, әммә ярлылыҡ һаҙлығынан ҡотолоу теләге үҙен-үҙе алға әйҙәргә көс бирә.
Етенсе кластан һуң ҡыҙға әсәһе: “Мәктәпте тамамла, нисек тә тырышып һине уҡытам”, – ти. Тик ул заманда юғары кластарҙа белем алыу түләүле була. Мин түгел, миңә түләһендәр, тип Луиза ҡалалағы ауыл хужалығы, медицина һәм нефть техникумдары араһынан иң күп стипендия түләнгән Боғорослан нефть техникумын һайлай. Әлбиттә, алтын миҙалға барған уҡыусыны мәктәптән еңел генә ебәрмәйҙәр. Техникумда иһә, бишлегә генә уҡығандарға юғары стипендия түләнеүҙән тыш, дөйөм уҡыу формаһы булыуы ла ылыҡтыра. Кейемгә аҡса сарыф итмәй, бер итәк һәм шинелдә йөрөүгә ҡыҙ бик ҡыуана. Әйе, уныһы бөтөнләй бушлай ҙа булмай сыға, ай һайын форма хаҡын стипендиянан бүлеп алып ҡалып баралар икән. Юғары математика, нефть скважиналарын эксплуатациялау кеүек ҡатмалы фәндәрҙе лә ҡыҙ ихлас өйрәнә. Гел “бишле”гә уҡып, әсәһенә ай һайын юғары стипендия аҡсаһын алып ҡайтып тапшырып тора. Имтихандар етә башлаһа, курсташтары: “Һин уҡытыусынан да яҡшы аңлатаһың”, – тип әҙерләнергә ярҙам итеүен һорайҙар. Уҡыу йорто бинаһында төнгөлөккә ҡалып, таңға тиклем курсташтарына темалар аңлатыу уның күңеленә ләззәт бирә. Ҡыҙ үҙенең тәғәйенләнеше, моғайын да, мөғәллимлек итеү булыуын тоя.
Полонезды уйнай
14 йәшендә, техникумда уҡый башлағас, магазинда хромлы гармун күреп ҡала. Етмәһә, ул ҡыҙҙың ярты стипендияһындай ғына хаҡ тора. Луиза гитара хаҡында ла хыяллана, ниндәй ҙә булһа инструментта уйнарға өйрәнеү һис уйынан сыҡмай. Шунда уҡ ике ярдлы гармун өсөн самоучитель дә һатып ала. Әсәһенә: “Гармун алырға рөхсәт итһәң, гел генә юғары стипендия алып ҡайтасаҡмын”, – ти. Уныһы: “Һуң ул бит һинең аҡсаң, ал, әлбиттә”, – тигәс, ҡыҙға ҡанаттар үҫәме ни! Уйнарға шул тиклем тиҙ өйрәнә, тиҙҙән күрше-тирә лә үҙҙәренә саҡырып гармунда һыҙҙырыуын һорай. Ул арала инде ҡыҙ аккордеон хаҡында хыяллана башлай. Зәйтүнә апай Сталинградтан яҙҙыртып алған ябай ғына “Москвич” приемнигынан “Микрофон янындағы театр” тигән тапшырыуҙың һәр сығарылышын йотлоғоп тыңлай, унда классик музыка яңғыраталар. Ҡәҙерлеһенең йоҡоһон бүлмәҫ өсөн радионы ҡолағына ҡуйып ята ла йоҡлап китә.
Өсөнсө курста Луиза комиссионкалағы мең ярымлыҡ аккордеонға ғашиҡ була. Әммә әсәһе: “Беҙ бит һиңә пәлтәгә аҡса йыябыҙ”, – ти. Ҡыҙ инде өс йыл техникум биргән шинелдә йөрөгән була. Луиза һүҙен бирмәй, һөҙөмтәлә, ул аҙаҡ музыка училищеһында ла ошо шинелдә уҡый әле. Моңло һылыуҙың сепрәк-сапраҡҡа күҙе ҡыҙмай, бары музыка, тип мөкиббән китә. Мәскәү халыҡ ижады йортонда ситтән тороп аккордеон курсын үтә. Техникумдан ҡайтып инеү менән ашамай ҙа инструментына тотона. Һәләтле ҡыҙҙы ҡаланың джаз оркестрына алалар. Уларҙың оркестры кистәрен кино сеанстары алдынан концерт бирә. Халыҡ, кинонан бигерәк, улар өсөн килә. Луиза оркестрҙа берҙән-бер гүзәл зат була. Моң менән һаташҡан ҡыҙға был да аҙ тойола, айына йөҙ һум түләп, Уҡытыусылар йортона фортепьяно түңәрәгенә йөрөй башлай. Дүрт ай эсендә дүрт йыллыҡ музыка мәктәбе программаһын үҙләштерә, хатта ҡатмарлы һаналған Огинскийҙың Полонезын да уйнай.
Нефтсенән музыкантҡа әйләнеү
Бер көндө унан нефть техникумындағы уҡытыусыһы киләсәккә пландарын белешә. Ҡыҙ: “Мин бит ҡыҙыл дипломға барам, Өфө нефть институтына инәсәкмен”, – ти. Уҡытыусыһының “һинең ысын юлың музыка бит”, тигәненән тыны ҡыҫылып: “Улай яраймы ни, мин бит музыка мәктәбен тамамламағанмын”, – ти. “Бүтәндәргә ярамай, әммә һине аласаҡтар”, тигән яуап ишеткән ҡыҙҙы инде хыялына ҡаршы барыуҙан бер ни ҙә туҡтата алмаҫ кеүек була. Әммә әсәһенең “балама юғары белем бирәм, ул инженер буласаҡ” тигән әйтеүе бар шул. Берҙән-бер ҡыҙының ҡыҙыл диплом менән нефть институтының теләһә ҡайһы факультетына имтиханһыҙ инә алғанын, унда уны 450 һумлыҡ стипендия көткәнен белеп, ҡыуанып йөрөгән әсә өсөн Луизаның музыка училищеһына китәм, тигәне аяҙ көндә йәшен атҡандай тәьҫир итә. Етмәһә, уның әртистәр тәртипһеҙ тормош алып бара тигән инаныуы ла була. Үҙһүҙле ҡыҙын еңә алмағас, етәкләп техникум директорына алып бара ла атай кәңәшен һорай. “Дүрт йыл юғары стипендияға уҡының, беҙ һинең өсөн дәүләт алдында нисек яуап бирергә тейешбеҙ һуң”, – ти ул Луизаға. Ҡыҙ: “Мин музыкаһыҙ йәшәй алмайым”, – тип илап ебәргәс: “Ярай, нефтсегә кем дә уҡый ала, ә ижади һәләт һәр кемгә лә бирелмәй, бәхетеңде һынап ҡара, инһәң уҡырһың, инмәһәң нефть институтына бараһың. Тик, музыкант булып китһәң, беҙгә ҡайтып үҙешмәкәрлекте күтәрергә һүҙ бир”, – ти.
Ул саҡта Луиза байтаҡ композиторҙар ижадын үҙаллы өйрәнеп, үҙе лә полька, вальс кеүек көйҙәр ижад итә башлаған була. Көнө-төнө шул йылда (1958) Ленин премияһына дәғүә иткән С. Прокофьев, Д. Шостакович, А. Хачатуряндың музыкаль әҫәрҙәрен тыңлай. Техникумдың ҡыҙыл дипломын тотоп, имтиханға килгән ҡыҙға училищела, әлбиттә, аптырап ҡарайҙар. Бөтә һынауҙарҙы “бишле”гә тапшырып, дирижер-хор бүлегенә ингән ҡыҙ педагогтарҙы бик һирәк осраған контр-альт тауышы менән шаҡ ҡатыра. Курста махсус әҙерлекһеҙ булған ҡыҙҙы бер йыл эсендә музыка мәктәбе програмаһын үтеп, документ алыу шарты менән ҡабул итәләр. Ныҡыш ҡыҙ төп уҡыу программаһынан тыш көн һайын 8 сәғәт фортепьянола шөғөлләнә башлай. Таңғы биштән тороп туғыҙҙа дәрестәр башланғансы уйнай ҙа кис тағы инструмент артына ултыра. Ҡарауылсы менән һөйләшеп, училище ябылғас та ҡалып, төнгө икеләргә тиклем клавишаларға тынғы бирмәй, ял көндәре иһә туҡтамай дыңғырлай. Уның үҙен аямай тырышыуын күреп, 75 йәшлек Мария Зиновьевна атлы уҡытыусы киске алтынан туғыҙынсы яртыларға тиклем бушлай өҫтәлмә дәрестәр бирә башлай. Ҡыҙ үҙе лә аккордеон буйынса репетиторлыҡ хеҙмәте күрһәтеп, аҡса эшләргә өлгөрә, төштән һуң бер-ике сәғәткә уҡыусыларының өйөнә барып килә. Ә инде икенсе курстан 7-се мәктәптә уҡыта башлай. Проект институтынан заказдар алып, төндәрен ватманға ҡатмарлы чертеждар күсереү ҙә әҙ булһа ла кеҫәне ямай.
Уҡыусыһының тамаҡ яғы наҡыҫ икәнен аңғарған Мария ханым дәресе алдынан ҡыҙға мотлаҡ күстәнәсләп сәй эсерә, стипендияға тиклем ризыҡ алырға, тип бурысҡа аҡса ла биреп тора. Шул суммаға бер бүлмәлә йәшәгән ун ике ҡыҙ ашхананан итһеҙ аш һәм итһеҙ гарнир алып мас килә. Иң мөһиме, ашханала ашарға алһаң, теленгән икмәк бушлай эләгә, уныһын кеҫәгә һалып алып ҡайтып, киске табын ойошторалар. Инде өсөнсө йыл баяғы бер шинелдә йөрөгән ҡыҙҙы йәлләп, Мария ханым хаҡын яйлап ҡайтарырһың, тип өҫтөнә кейем алып бирә. Каникулға ҡайтып, “Мария апай пәлтә алдыртты”, тигәс, әсәһе илап ебәрә. Нисә йылдар ҡыҙының өҫтөн яңырта алмай йөрөгән Зәйтүнә апайға ҡыҙы ла ҡушыла, шулайтып күҙ йәштәрен бүҫкәрткәнсе ҡосаҡлашып ултыра улар.
Бала сағы хаҡында Мәскәү спектакль әҙерләй
Луиза ханым әле лә, һикһәнендә лә, көнө-төнө компьютер артында ултырып эшләй алыуын тап шул йәш саҡтан үҙенән-үҙе күпте талап итергә өйрәнеүе менән аңлата. Музыкаға бәйле бер нисә ерҙә уҡыу һәм эшләүҙан тыш, ул училище ҡаршыһында урынлашҡан Рәссамдар йортондағы халыҡ университетына курстарға йөрөп, һынлы сәнғәт серҙәренә лә төшөнә. Бер минут та буш тора алмаған ҡыҙға курсташтары төрлө ҡушамат та тағалар, көлөп тә ҡарайҙар, әммә ҡыҙ бер нәмәгә ҡарамай, алға барыуын белә. Иртәгәһе көнөн ул кистән минутына тиклем бүлеп планлаштыра, тап шул арҡала әҙәм ышанмаҫлыҡ күп нәмәне атҡарып өлгөрә.
Луиза ханым ҡатмарлы бала сағы хаҡында китап та яҙа. Әҫәр совет осорондағы әһәмиәтле ваҡиғаларға авторҙың шул мәлдәге бала күҙлегенән баһа биреүе менән дә ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, ул саҡта совет халҡының атаһы тип ҡабул ителгән И. Сталиндың үлем хәбәренә барыһының нисек ихлас ҡайғырғанын һүрәтләй ул. Музыка училищеһында комсорг булған сағында Ырымбурға ҡәйнәһенең хәлен белергә килгән Юрий Гагарин менән күрешеүен, хатта уға һорау биреүен дә мауыҡтырғыс итеп яҙған. Баҡтиһәң, ул атаҡлы космонавтың халыҡ менән беренсе осрашыуы булған икән. Луизаға Иван Буравкиндың “Сиҙәм” фильмында Татьяна Пельцерс, Михаил Пуговкин, Леонид Харитоновтар менән бергә киноға төшөү бәхете лә яҙа. Әҫәрҙең был өлөшө әле яҙылып ҡына ята. Ошо иҫтәлектәр китабы нигеҙендә Мәскәү режиссеры Анна Карелина спектакль ҡуйырға йыйына. Сценарий өҫтөндә эш башланған, Карелина унда Луиза инәйҙең үҫмер сағын шәхсән үҙе уйнарға теләй икән. Башта ул Мәскәүҙә ҡуйыласаҡ, ә инде Луиза инәйҙең һикһән йәшенә Октябрский ҡалаһында ла күрһәтергә планлаштыралар. Шул уҡ мәлгә Әминеваның автобиографик китабы ла донъя күрәсәк.
Төпкөл башҡорт ҡалаһында йәшәгән ябай ҡатын тураһында нисек Рәсәйҙең билдәле ижадсыһы сәхнә әҫәре ҡуйырға булып киткән тиһегеҙме? Барыһына ла шул интернет ғәйепле. Луиза Әминева Анна Карелинаның интернет селтәрендә ойошторған “Актер оҫталығы һәм нисек шәп видеороликтар төшөрөргә” тигән курсына яҙыла, шунда дуҫлашып китәләр. Унан һуң ул коуч-режиссерҙың башҡа бик күп курстарын да үтә. “Бигерәк тә ораторлыҡ оҫталығына өйрәткән “Ауыҙыңды ас!” тигән марафоны файҙалы булды”, – ти ул.
Музыка училищеһынан һуң хеҙмәт юлын Луиза ханым тыуған ҡалаһында, ҡасандыр үҙе уҡый алмаған музыка мәктәбендә башлай. Һуңғы 35 йылын Октябрьский ҡалаһында дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡытыусы булып үткәрә. Уның уҡыусылары хәҙер донъяның ҡайһы өлөшөндә генә йәшәмәй. Араларында билдәле йырсылар, музыкантар ҙа бар, әммә Луиза апай маҡтанырға яратмай. Әле лә, рәсми эшенән китһә лә, уҡыусылары менән күңел өсөн шәхсән шөғөлләнеп ала. Бына йәй көнө яратҡан уҡыусыһы, бик күп фестивалдәр лауреаты Радмила Исламова менән вокалдан дәрестәр үткәрергә һөйләшкәндәр. “Уҡыусыларым араһында төрлө милләт балалары булһа ла, ошо ерҙә йәшәгән төп халыҡтарҙың мәҙәниәте менән танышып үҫһендәр, тип бәйгеләргә мотлаҡ башҡорт, татар йырҙарын өйрәтә инем. Павел Назаров тигән уҡыусым башҡортса йырлап, “Йәш йондоҙҙар” фестивалендә төп еңеүсе булғайны, аҙаҡ ул Минск сәнғәт институтын тамаланы, әле Прагала йәшәй. Музыканы һайлауым өсөн бер ҡасан да үкенмәнем. Бер нисә йыл элек Себерҙән пенсияға сығып ҡайтҡан ике туған ҡустым үҙенә ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Ҡатлы-ҡатлы йортон, бассейндарын йөрөтөп күрһәтте лә: “Теге мәл нефть институтына барһаң, бөгөн һинеү дә ошондай һарайың булыр ине. Һин бит минән күпкә яҡшы уҡый инең, Луиза”, – тине. “Мин эшемә көн дә байрамға барғандай ҡыуанып йөрөнөм”, – тип яуап ҡайтарҙым”, – ти әңгәмәсем.
Луиза инәй Башҡортостанда беренселәрҙән булып балаларға фонограммалар яҙырға өйрәтә башлаған педагог та. Уның үҙ тарихы бар. Улы Искәндәр республикала билдәле компьютер белгесе була. Луиза Фаяз ҡыҙы бер нисә тапҡыр мине лә компьютерҙа эшләргә өйрәт, тиһә лә: “Әсәй, мин булғанда ундай нәмәләр менән башың ҡатмаһын”, – тип әйтеп килә улы. Мәктәптә уҡытҡанда параллель рәүештә урындағы сәнғәт училищеһында ла белем биреп йөрөгән ханымға директор: “Студенттарға музыкаль информатика курсын да алып барығыҙ әле”, – тип тәҡдим итә. Техника менән дуҫ түгелмен шул. тиеүенә: “Шундай улығыҙ булғанда белмәйем тип тора алмайһығыҙ инде”, – тип кенә ҡырт киҫә. Луиза инәй Искәндәргә йәй эсендә үҙен шул курсты уҡытырлыҡ итеп әҙерләргә ҡуша. Һөҙөмтәлә ун йыл дауамында уның уҡыусылары йырҙарын үҙҙәре әҙерләгән фонограмма менән башҡара. Өфө сәнғәт институтына ингән бер студенты килеп: “Луиза Фаяз ҡыҙы, яңғыҙым ғына был һөнәрҙе белгәс, бөтә студенттарға фонограмма яҙып аҡса эшләйем, һеҙгә рәхмәтемде нисек кенә итеп аңлатып еткерәйем икән?” – тип баш эйә.
Юғалтыуҙар, табыштар…
“Балаларға һәр саҡ, әгәр ҙә кешенең ысын хыялы булһа, ул уны тормошҡа ашырыр өсөн көс таба, тип әйтә килдем. Тормошҡа ашыра алмаған хыял ул күбеһенсә ябай теләк йә уй ғына. Хыял – ул эсте яндырып барған нәмә. Бына минең хыялым музыкант булыу ине, мин уға ирештем һәм һөнәремә ғүмер буйы тоғро ҡалдым. Быйыл ғына, 59 йыл эшләгәндән һуң, эшемдән киттем. Әле лә йөрөр инем дә, интернеттағы эшҡыуарлыҡҡа күп ваҡыт китә. Яңы һөнәрем иһә мине йәшәртеп, көс биреп ебәрҙе. Улымды юғалтыуҙан һуң ауыр депрессиянан сығырға ярҙам итте. Бер нимәгә ҡарамай маҡсаттарына барған кешеләр хаҡында фильмдар ҡараға яратам. Артур Тосканини хаҡындағы “Прелюдие славы” тигән киноны нисә ҡараһам да ялҡмайым. Уның яҙмышы Робертини Лореттиныҡына оҡшаған. Совет осоронда төшөрөлгән “Повесть о настоящем человеке”, “Сын полка”, “Отряд Трубачевых сражается” тигән фильмдарҙы ла ҡараһын ине йәштәр, улар бит ҡанат үҫтерә!” – ти ул.
Беренсе никахы уңышһыҙ килеп сыҡҡас, бер бала менән айырылған Луиза ханым ҡабат кейәүгә сыҡмайым, тип ант итә. Әсәһе ейәнен ҡарар өсөн 52 йәшендә эштән сыға. Әйткәндәй, Зәйтүнә апай ғүмер буйы һуғышта ятып ҡалған ирен көтөп, ҡайтырына ышанып, уға тоғро йәшәй. Луиза Фаяз ҡыҙы ғаиләне матди яҡтан тәьмин итергә көнө-төнө эшләй. Уны ял көндәре генә күргән улы хатта ятһырап ҡасып йөрөй башлай. Ә инде бер мәл Мәскәүгә консерваторияға сессияға киткәнендә бик ҡаты сирләгән сабыйын саҡ ҡотҡарып ҡалалар. Ошо хәлдән һуң ул ҡабат сессияға бармай, улһыҙ ҡалыуҙан ҡурҡа. Тиҙҙән үҙе уҡытып йөрөгән ике бала, тол ҡалған аталарына: “Луиза апайҙы әсәй итеп алып ҡайт”, – тип наказ бирә. Күҙенә ҡарап торған етемдәргә ҡаршы килә алмай ҡатын, бик матур пар була улар. Уртаҡ балалары ла тыуа. Оҙаҡ йылдар бәхетле йәшәйҙәр.
1990-сы йылдарҙа өҫтәлмә килем эҙләгәнендә Луиза Фаяз ҡыҙы ул саҡта илебеҙҙә саҡ барлыҡҡа килгән селтәрле маркетинг менән танышып ҡына ҡалмай, дуҫлашып та китә. Сөнки инде бер нисә йыл түшәктә ятҡан тормош иптәше, әсәһе вафат булалар. Октябрьскийҙағы музыка училищеһының дирижер-хор һәм музыка теорияһы бүлектәрен ҡыҙыл дипломға бөткән Гүзәл ҡыҙы ул мәлгә Ҡазанда Ислам университетында уҡып йөрөй. Студент уҡытыр өсөн, әлбиттә, бер эш хаҡы ғына етмәй. Луиза ханым коммунист атаһына оҡшарға тырышып, ғүмер буйы совет идеологияһына тоғро йәшәһә, диндән бөтөнләй алыҫ булһа, ҡыҙы иһә Ислам белгесе. Гүзәл Зәйтүнә өләсәһенең тәрбиәһе менән, унан намаҙҙар уҡырға өйрәнеп, мосолманлыҡҡа килгән икән. Хәҙрәткә тормошҡа сыҡҡан, ҡыҙҙар үҫтерә, юғары белемле логопед та.
Селтәрле маркетингта Луиза ханым төрлө компанияларҙа эшләй, хатта бөтә ҡанундарын өйрәнеп, Чехияның бер ойошмаһының страховкаһын таратыу менән шөғөлләнә. Уның белемле булыуын күреп, фирма хеҙмәткәрҙәре кәңәш артынан килә. Ә бер көндө алдан өндәшмәй, бер сара ваҡытында ике меңлек аудитория алдына саҡыралар. “Әйтһәгеҙ, әҙерләнер инем”, – тип көйһә лә, күмәк халыҡ алдында ла сығыш яһай алыуын аңлай. Һуңынан бер-нисә халыҡ-ара косметология, дауаланыу һәм туҡланыу ризыҡтары таратҡан корпорацияларҙа эшләп, ҙур командалар төҙөп, уңыш ҡаҙана. “Компания һайлағанда күп осраҡта көслө лидерҙарға барҙым, ғөмүмән, бындай бизнеста кеше тауарҙан бигерәк кешегә, уның көсөнә ҡарап килә”, – ти ул. Бер фирмаға эшкә ингәс, тауарҙарын ҡулланып, тиҙ арала 20 килограмм ташлай. Байтаҡ ауырыуҙары юҡҡа сыға. Элекке уҡыусыларының ата-әсәләре: “Ғәфү итегеҙ, һеҙ әүәлгенән утыҙ йылға йәшерәк күренәһегеҙ”, – ти башлай. Селтәрле маркетингта тәүге тапҡыр 35 мең аҡса эшләп, ҡулына алғас, ул илап ебәрә. Сөнки төп эшендә уның эш хаҡы ул саҡта алты меңдән артмаған була. Луиза инәй илдең төрлө ҡалаларына, билдәле тренерҙар үткәргән ҡиммәтле семинарҙарға йөрөй башлай, уларҙың ҡайһыныһы 90-100 мең һум тора, әммә теләк булғас, аҡсаны ла эшләй ул. Илдә айныҡ тормошто пропагандалаған атаҡлы профессор В. Г. Жданов менән танышып ала, уларҙың йыйындарында сәләмәт тормош алып барыусыларға селтәрле маркетингта һаулыҡ өсөн заманса технологияларға нигеҙләнгән ниндәй яңы продукциялар сығыуы хаҡында лекциялар уҡый. Үҙе лә В. Г. Ждановтың белем курстарын үтә. Айныҡ тормош яҡлы гуру уға: “Күҙлегеңде ташла, ул күҙҙәр өсөн ситлек”, – ти, ысынлап та, уның системаһы ярҙам итә, Луиза инәй глаукоманан дүрт операция үткәргән булһа ла, бөгөн күҙлекһыҙ эшләй, уҡый.
Псориаз сире менән ыҙалаған ҡатын ҡасандыр Октябрьский ҡалаһына урындағы сероводорд ванналары өсөн күсә, сөнки улар сирҙе баҫып тора. Әмә 65 йәштән һуң табиптар уға был ванналарҙы рөхсәт итмәй, был сирен дә ул селтәрле маркетинг продукцияһы менән еңә. Ҙур командалар төҙөп, уңышлы эшләгән ханым өсөн 2012 йылда ул йәшәгән ҡалала махсус офис асалар. Әммә ҡатын унда эшләй алмай. Йәнеләй күргән улы ҡырҡ өс кенә йәшендә ҡапыл йөрәктән йығылып, йән бирә. Был ҡайғы уны бөтөнләй аяҡтан да йығыр ине, әммә ул үҙен башкөллө эш менән күмә. Шул осорҙа улын юғалтыу ҡайғыһынан үлеп киткән атаҡлы күрәҙәсе Джуна хаҡында ишеткән Луиза инәй: “Мин хәҙер улым өсөн дә йәшәргә тейеш, сөнки ҡыҙым, ейәнсәрҙәрем дә бар, уларға ла ярҙам кәрәк”, – тип үҙенә яңы маҡсаттар ҡуя. Теше-тырнағы менән тырышып әүәлге эштәрен алып барһа ла, көн һайын офисҡа килһә лә, етәкселек итә алмай, сөнки башҡаларҙы әйҙәр өсөн эсеңдә ҡояш балҡып торорға тейеш, ә Луиза ханым әле бик теләһә лә, улай итә алмай. Көслө лидер булмағас, офис та ябыла.
76 йәшендә тәүге интернет курсҡа яҙыла
Өйҙә улынан мираҫ булып ҡалған көслө компьютер тора. Әсә кеше уны тутыҡтырып ултыртып ҡуйғыһы килмәй һәм үҙаллы техниканың мөмкинлектәрен өйрәнергә тотона. Ә инде 2015 йылда, 76 йәшендә, интернетта тәүге курстарға яҙыла. Сөнки селтәрле эшҡыуарлыҡ хаҡында офлайн, йәғни тормошта, кешеләргә һөйләүҙең инде файҙаһыҙ икәнен аңлай. Хатта хәл беләм, тип кенә шылтыратҡанында ла ҡайһы таныштары: “Ой Луиза, тағы шул бизнесыңа саҡыраһыңмы?”, – тип трубканы һалып ҡуя. Был хәл уны бик уйландыра. Луиза инәй: “Бөгөн селтәрле бизнес ул тик онлайн эш булырға тейеш, хәҙер мин клиенттарҙы түгел, мин төҙөгән һатыу сөңгөлдәре аша клиенттар мине эҙләп таба”, – ти.
Луиза Фаяз ҡыҙының интернет селтәрҙәрендәге бер аккаунтында ла уның ниндәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүе хаҡында мәғлүмәт юҡ. Был хәл мине башта аптыратты: нисек инде эшҡыуарлыҡ менән булғас, ул хаҡта үҙенең диуарҙарында яҙмай, улай буламы ни? Башҡалар бит көн дә шул хаҡта постар ҡуйып, ялҡытып бөтә. Ошо хаҡта һорағас, ул көлөп ебәрҙе. Баҡтиһәң, интернеттың бөгөнгө ҡануны буйынса шәхси бит – шәхси бренд хаҡында ғына булырға тейеш, юғиһә һин спамсы буласаҡһың. Ә ниндәйҙер файҙа ала торған хәбәрҙе һин мәғлүмәт биреүсе йә һатыусы төркөмдәрең аша ғына алып барырға тейеш. Унда ла туранан-тура реклама эшләмәйһең, ә кешегә файҙалы постар сығараһың, тағы ла күберәк мәғлүмәт алырға теләгәндәр өҫтәге һылтанма аша үтә ала, тип кенә яҙаһың икән. Тап шул һылтанма аша һинең эшмәкәрлегең йә тауарың менән ысынлап ҡыҙыҡһынған кешеләр генә ютуб каналға йә шәхси консультацияға юлыға. Луиза инәй селтәрле бизнесын тулыһынса тиерлек автоматлаштырған. Үәт, шундай хәлдәр!
Ә инде Луиза Фаяз ҡыҙының бөгөн бар күңелен һалып эшләгән төп шөғөлө – инфобизнес тренеры. Ошо интернетта кешеләрҙе аҡса эшләргә өйрәтеүҙе өйрәнеү өсөн ул әлегә төрлө курстарҙа 600 мең һум самаһы аҡса түләгән. Үҙе әйтеүенсә, был ҙур сумма түгел, уның уҡытыусылары яртышар миллионлыҡ тренингтар үткән. Һаман да уҡыуын дауам итә инәй, әммә ул һалынған суммаларҙы эшмәкәрлеге менән ҡайтарып алып, килем ала башлаған. Луиза Фаяз ҡыҙы менән скайп аша бәйләнешкә сығыр өсөн алдан яҙылырға һәм бер нисә аҙна көтөргә тура килде, сөнки уның һәр сәғәте бер нисә айға алдан планлаштырылған. Ярты көнө үҙенең төрлө уҡыуҙарына, уларҙағы өйгә эштәрҙе башҡарыуға китһә, ҡалған яртыһында ул түләүле консультациялар бирә, үҙенең шәхси курстарын һәм марафондарын яҙыуға, видеолар әҙерләүгә бағышлай.
Быйыл 80 йәшен ҡаршылаған мөләйем һәм ныҡыш инәйҙең хәҙер ашарға бешереп ултырырға ла ваҡыты юҡ. “Алай ҙа селтәрле маркетинг фирмалары заманса коктейлдәр тәҡдим итә, тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләгәндә шуларҙы ғына ҡулланам”, – ти. Ул бөгөн үҙенең йәштәштәренән, әлбиттә, байтаҡҡа йәш күренә. Ә ҡасандыр, урта йәштәрендә, киреһенсә, артыҡ ауырлыҡ һәм күп эшләү арҡаһында тиҫтерҙәренән оло тойолған булған.
“Педагог булып эшләгән 59 йыл дәүерҙә мин һәр ваҡыт норманан артыҡ, иртәнән алып төнгәсә эшләнем. Әммә миңә бер кем дә бер ҡасан да 12 ставканан артыҡ түләмәне. Ә интернет селтәрендә минең килемем үҙемдән тора. Бына, мәҫәлән июлдә старт алған бизнес-уйыным 25 мең тора, бик-бик уңышһыҙ реклама булып, ике генә кеше яҙылған хәлдә лә буш ҡалмаясаҡмын. Ә бит мин ул уйынды автоматлаштырғанмын һәм уны үткәреү өсөн көнөнә бер-ике сәғәт кенә сарыф итәм. Ҡайһы берәүҙәр миңә: “Етәр уҡырға, һатыу менән генә бул”, – ти, әммә миңә улай ҡыҙыҡ түгел. Светлана Ереминаның “Миссия выполнима” тигән ярты йыллыҡ курсын түләп ҡуйҙым, ул августа башланасаҡ. Әлеге ваҡытта Артем Нестеренконың “Селтәрле эшҡыуарлыҡ”, Светлана Ереминаның “Нисек продукт булдырырға?” һәм Анна Карелинаның “Ауыҙыңды ас!” тигән оҙайлы актерлыҡ оҫталығы һәм ораторлыҡ курстарында белем алам. Үҙемдең чат-боттарҙы көйләү буйынса яҙған дәрестәр сериям һатыуға сыҡты, уларҙы интернеттан 700-800 һумға тейәп алып уҡырға була. “Контент төҙөү” тигән ПДФ форматлы китабым да селтәрҙә һатыуҙа бар”, – ти әңгәмәсем бөгөнгө эштәре хаҡында һүҙ йөрөтөп.
Луиза инәй яҡын арала үҙе һымаҡ оло йәштәге илле ҡатынды интернетта аҡса эшләргә өйрәтеп, финанс яҡтан үҙаллылыҡҡа сығарам, тип һүҙ биргән, әле шуға табан бара ла инде. Тағы бер хыялы: тыуған ҡалаһында яҡындары менән бергә йәшәрлек ҙур, заманса йорт һалыу. Унда минең айырым ишектән ингән үҙ яғым, эш кабинетым буласаҡ, ти ул. Хоҙай ғүмер генә бирһен, ҡалғанын иһә, ғүмер баҡый маҡсатлы йәшәргә күнеккән инәй, булдырыр!
Тәү ҡарашҡа яҙмышы үтә лә ҡатмарлы булһа ла, ул ысын бәхетле һәм ҡыйыу кеше. Һәр ваҡыт намыҫы ҡушҡанса йәшәй, күңеле ятҡанды һайлай алған. Дөрөҫөрәге шуға ҡыйыулығы еткән.
ГӨЛНАРА ХӘЛФЕТДИНОВА.
Читайте нас: