Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 19:20

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ике йәшлек баланы ҡотҡарырға ярҙам иткән.

Өфөлә юл-патруль хеҙмәте экипажы ике йәшлек баланы ҡотҡарырға ярҙам иткән. Таһир Ғәзизуллин һәм Вячеслав Буравлев Дим трассаһында дежурҙа торғанда эргәләренә ҡото алынған ҡатын йүгереп килгән һәм бронхит менән сирләгән ике йәшлек улының тыны ҡыҫыла башлауын әйткән.

Полицейскийҙар, машинаның сигналын ҡабыҙып, бер нисә минут эсендә бала менән әсәне дауаханаға илтеп ҡуйған. Һуңынан ҡатын лейтенанттарға рәхмәт белдергән.
Читайте нас: