Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 12:45

Милли проекттар ярҙамында йәнә бер балалар баҡсаһы асылды

#нацпроекты

Ейәнсура районы Таҙлар ауылында 60 сабыйға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды. Заманса учреждение малай-ҡыҙҙарҙың һәләтен үҫтерер һәм уларға хәүефһеҙ шарттар ойоштороу өсөн бөтә ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Балалар баҡсаһы төбәктә уңышлы ғәмәлгә ашырылған 100 йыллыҡҡа - 100 объект программаһы сиктәрендә төҙөлгән.
Бөгөнгө көндә Таҙлар ауылында 1258 кеше йәшәй. Ишле бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә йылдан-йыл арта. Шуға ла балалар учреждениеһы төҙөлөшөн ауыл халҡы түҙемһеҙләнеп көтөп алған. "Демография" һәм "Мәғариф" милли проекттары сиктәрендә, быйыл ғына Башҡортостанда 21 яңы мәктәпкәсә учреждение ишектәре асылды, киләһе йыл был күрһәткес өс тиҫтәнән ашыу булыр тип көтөлә.
Шулай уҡ Өфө районының Михайловка ауылында бер ҡыйыҡ аҫтында 640 уҡыусыға мәктәп һәм 160 балаға балалар баҡсаһы төҙөү хаҡында конкурс һөҙөмтәләре буйынса килешеү төҙөнө. Был эш “Мәғариф” милли проектына ярашлы башҡарыла. Уның сиктәрендә яҡын йылдарҙа ауылда һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан 200-ләп учреждение үҙенең матди-техник базаһын яңыртасаҡ, өҫтәлмә белем биреү өсөн “Һанлы мәғариф” программаһы менән тәьмин ителәсәк.
Читайте нас: