Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 15:40

Заман һынауын үткән дуҫлыҡ

Республикабыҙҙың тәүге президенты Мортаза Рәхимов Татарстандың Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин менән осрашты.

Республикабыҙҙың тәүге президенты Мортаза Рәхимов Татарстандың Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин менән осрашты.
Бөгөн татар Дәүләт Советы етәксеһе Фәрит Мөхәмәтшин Өфөгә килде, ул ике республиканың хеҙмәттәшлеген үҫтереү буйынса меморандумға ҡул ҡуясаҡ. Аэропортҡа килеп төшөү менән Фәрит Хәйрулла улы иң тәүҙә Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән күрешергә ашыҡты. Улар күптәнге дуҫтар. Әңгәмә барышында республикаларҙың социаль-иҡтисади үҫеше, хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдары тикшерелде, осрашыу һуңында Татарстан ҡунағы Мортаза Рәхимовҡа бүләктәр тапшырҙы, Мортаза Ғөбәйҙулла улы ла яуапһыҙ ҡалманы.
Фәрит Мөхәмәтшин 1998 йылдан Татарстандың Дәүләт Советын етәкләй, ул быға тиклем Татарстандың Юғары Советы етәксеһе, Премьер-министр вазифаларын башҡарған.
Читайте нас: