Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2019, 21:30

Сәй сервизы. Юмореска

– Бүләккә нимә алып барырға икән? Мәймүнәне Гөлзифа әхирәте өй туйына саҡырғас, мейеһен ярып килеп ингән тәүге һорау шул булды. Саҡырҙы тигәс тә, үҙен генә түгел инде, ире менән бергә.

– Бүләккә нимә алып барырға икән?
Мәймүнәне Гөлзифа әхирәте өй туйына саҡырғас, мейеһен ярып килеп ингән тәүге һорау шул булды. Саҡырҙы тигәс тә, үҙен генә түгел инде, ире менән бергә. “Туҡта, туҡта! Ҡумтаһынан да сығармаған өр- яңы сәй сервиздары ята түгелме ни?!” Ул һөйләнә-һөйләнә балконға сыҡты һәм шкафҡа теҙеп ҡуйған ҡумталарҙы ҡарай башланы. “Шулай шул! Берәү генә түгел, хатта бишәү икән. Былар нимәгә хәжәт, яталар шунда урын алып, саң йыйып, былай ҙа урын юҡ”.
Мәймүнә берәүһен соҡоп сығарҙы, икенсеһен, өсөнсөһөн ҡутарып ҡараны, әммә бигерәк затлы күренгәс, уларын тота килеп икенсе берәүгә бүләк итергә йәлләне. “Ярай, ошоноһон алып барам да ҡуям” тип ул бишенсеһен, биҙәктәре әллә ни балҡып тормағанын, һайланы. Уныһын былтыр тыуған көнөнә Кәримә әхирәте алып килгәйне. Ҡунаҡтар алдында ул әҙәп өсөн: “Бигерәк матур бит әле, ошондай ғына сервиз алырға йөрөй инем, әллә минең ни уйлағанымды ишетеп торғанһың инде, әхирәткәйем”, – тип уны суп иттереп үбеп, ҡат-ҡат рәхмәт әйтеп алһа ла, оҡшатманы. Аҙаҡ барыһы таралышып, иғтибар менән ҡарағас, бер сынаяҡтағы сәскәнең тажы бөтөнләй булмауын күрҙе. “Кит, мыҫҡыл итеп ошо нәмәне тотоп килмәһә инде, һаран, моғайын, иң осһоҙон эҙләп алғандыр әле”, – тип уйлағайны эстән генә Мәймүнә.
…Мәжлес күңелле барҙы. Матур теләктәр ямғыр булып ҡойолдо, бүләктәр төштө, күңелдәре булғанса йырланылар, бейенеләр. Бына ҡунаҡтар ҡайтып китте. Бүләктәрен барлай башлаған хужабикә Мәймүнә әхирәте биргән сервизды ҡумтаһынан сығарып ҡарағас, таныш сынаяҡтарҙы күреп, “аһ” итте. Бәй, шул түгелме ни! Унан ҡабаланып һәр береһен ентекләп ҡарай башланы һәм сәскәһенең бер тажы төшөрөлмәгән сынаяҡты күрҙе. Былтыр уны бергә эшләгән хеҙмәттәше Кәримәгә үҙе бүләк иткәйне.
Автор: Венер ИСХАҠОВ.
Читайте нас: