Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2019, 16:32

"Ҡорос"тар 10 йәшен билдәләй!

#нацпроекты

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” халыҡ театры "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә үткән "Театрлы Волга буйы” фестивалендә ҡатнашып, еңеүселәр рәтенә сыҡты, ил кимәлендә республикабыҙ данын лайыҡлы яҡланы. Ошо уңайҙан яңыраҡ ижади төркөмдө һәм уның етәксеһе Илнур Лоҡмановты Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округы вәкиллеге аппаратының Башҡортостан буйынса баш федераль инспекторы Михаил Закомалдин Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Ғөмүмән, быйылғы йыл "Ҡорос"тар өсөн бик уңышлы үтте. Улар күп бәйгеләрҙә еңеү яулау менән бер рәттән, Мостай Кәримдең 100 йыллығы айҡанлы “Һинһеҙ донъям япа-яңғыҙ” тамашаһын сәхнәгә сығарҙы, Аҡмулланың тыуған көнөндә тамашасыһын бөйөк мәғрифәтсегә арналған “Аҡмулла” спектакле менән ҡыуандырҙы, әкиәттәр менән балалар йорттарында сығыш яһаны. Әйткәндәй, “Ҡорос” халыҡ театры быйыл ун йыллыҡ юбилейын билдәләй. Уңышлы йылды йомғаҡлап, "Ҡорос"тар Өфө халҡын юбилей кисәһенә саҡыра.
26 декабрҙә БДПУ-ның тамаша залында үтәсәк йырлы-моңло кисәгә рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Читайте нас: