Өфөлә хоспистың төҙөлөү урыны тураһында һүҙ сыҡҡас, йәмғиәттә ҙур бәхәс тыуҙы. Тәүҙә ҡала хосписы “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексына ингән урында буласаҡ тигән ҡарар ҡабул ителде, әммә әлеге биҫтә халҡы был ҡарарға күмәкләп ҡаршы сыҡты. Йәнәһе лә, үлемесле сиргә дусар булғандар ситтәрәк урынлашырға, халыҡҡа күренмәҫкә тейеш. Республика Башлығы Радий Хәбиров көтөлмәгән хәлгә тиҙ арала үҙ ҡарашын белдерҙе, "бит йыумаған" был әҙәмдәргә мәсеткә барып килергә кәңәш итте.
Учреждение Владимир Путиндың "май указдары"на ярашлы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Билдәле булыуынса, 2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырылған.