Ил башлыҡтары ике яҡлы хеҙмәттәшлектең актуаль мәсьәләләре һәм перспективалары тураһында фекер алышты. БДБ дәүләттәре башлыҡтарының рәсми булмаған осрашыуы Санкт-Петербургта уҙҙы. Саммитта Владимир Путин, Әзербайжан Президенты Илһам Алиев, Әрмәнстан Премьер-министры Николай Пашинян, Белоруссия Президенты Александр Лукошенко, Ҡаҙағстандың беренсе Президенты Нурсолтан Назарбаев, Ҡырғыҙтан Президенты Сооронбай Жэнбәков, Молдова Республикаһы Президенты Игорь Додон, Таджикстан Президенты Эмоли Рахмнон, Төркмәнстан Президенты Гурбангулы Бердымухамедов ҡатнашты.