Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 5 миллион 300 мең һумға 16 меңгә яҡын бүләк әҙерләне.
Яңы йыл бүләктәрен алыуға 14 йәшкә тиклемге биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр хоҡуҡлы. Әгәр ҙә ғаилә халыҡты социаль яҡлау органдарында иҫәптә торһа, документтар йыйыуҙың кәрәге юҡ. 18 йәшкә тиклемге биш балаһы булған күп балалы ғаилә иҫәптә тормаһа, мотлаҡ ошо органға мөрәжәғәт итергә тейеш.
Күптән түгел республика Башлығы Радий Хәбиров район-ҡала етәкселәренән яңы йыл бүләктәрен тейешенсә әҙерләүҙәрен үтенде: "Былтырғы хәл ҡабатланмаһа ине, ҙур тоҡсайға бер-ике кәнфит-печенье һалып ҡотолғайнығыҙ. Мөғжизәгә ышанып, байрам көткән балаларҙың кәйефен боҙмайыҡ: срогы сыҡҡан, хаҡы төшөрөлгән, арзан шоколад һалмайыҡ. Биреүен биргәс, балалар ғына түгел, ололар ҙа рәхәтләнеп ашарлыҡ итеп бирәйек".
Был сара “Демография” төбәк проектының бер бәләкәй өлөшө генә. Республика етәкселеге ишле ғаиләләрҙең социаль хәлен яҡшыртыу буйынса ҙур аҙымдар яһай, киләһе йылда тағы ла ҙурыраҡ саралар булыуын теләйбеҙ.