Шоңҡар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 16:42

Радий Хәбиров: «Яҡшыраҡ йәшәй башлаһаҡ, байрам итербеҙ»

Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәтендә һәм Башҡортостан республикаһы хөкүмәтендә корпоративтар булмаясаҡ..

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров чиновниктарҙы яңы йыл корпоративтарын үткәргәндә урталыҡты һаҡларға саҡырҙы. Был хаҡта республика етәксеһе 23 декабрҙә Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
«Яҡшыраҡ йәшәй башлаһаҡ, байрам итербеҙ, — тине Радий Хәбиров чиновниктарға. — Мин тыймайым, ләкин һәр ваҡыт урталыҡты һаҡларға кәрәк. Муниципалитет башлыҡтары, быға етди иғтибар итеүегеҙҙе һорайым. Башҡа саралар кәрәкмәй. Коллективты ҡотларға теләһәгеҙ – ҡотлағыҙ, бәлки, ашханала ултырып алырһығыҙ: бер бокал шампан шарабы, бер рюмка араҡы – былары мөмкин. Ләкин фейерверктар һәм башҡалар – кәрәкмәй. Ҡәтғи һорайым. Республикабыҙҙағы идара итеү, административ аппарат – бер ниндәй корпоративһыҙ. Ҡотлауға ҡаршы түгелмен. Аҙаҡтан барыһы ла билдәле булғас, бер кем дә төҫө ҡасып ултырмаһын. Миңә кемдең үҙен нисек тотоуы тураһында мәғлүмәт еткерһәләр, мин улар менән эшләрмен. Коллективығыҙға рәхмәт әйтегеҙ – йыл бик бай булды, байтаҡ эштәр башҡарылды. Ҡайҙалыр артҡа сигендек, ҡайҙалыр килеп сыҡманы, ләкин беҙ барлыҡ йүнәлештәр буйынса ышаныслы рәүештә алға барҙыҡ. Йомғаҡ яһарға кәрәк, әлбиттә, ләкин ябай ғына итеп. Быны үҙем тикшерермен».
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәтендә һәм Башҡортостан республикаһы хөкүмәтендә корпоративтар булмай.
Читайте нас в