21 декабрҙә Ҡытайҙа Xintai Cup халыҡ-ара турниры Башҡортостан шашкасыларының ҙур уңышы менән тамамланды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урында — ғәмәлдәге чемпион Тамара Танһыҡҡужина, өсөнсөлә – Әлиә Әминева. Уларҙың 9 уйында 12-шәр мәрәй. Дүрт спортсыбыҙ бер балға аҙыраҡ йыйҙы: Ишембайҙан Елена Мильшина — 5-се, Өфөнән Айгөл Иҙрисова — 6-сы, Айгизә Мөхәмәтйәнова — 9-сы, Кристина Осипова — 10-сы. Блицта донъя чемпионы Агата Парахина — 15-се.
Ир-егеттәр араһында Өфөнән 19 йәшлек Марсель Шәрәфетдинов өсөнсө урынды алды. Өфөнән Айнур Шәйбәков – дүртенсе, Стәрлетамаҡтан Муродулло Амриллаев – етенсе, икеһе лә халыҡ-ара гроссмейстер, 16 йәшлек спорт мастеры Даниил Ильин – һигеҙенсе, тағы бер спорт мастеры Анатолий Татаренко — унынсы. Бөтәһенең дә икенсе призер – Ижевскиҙан Алексей Чижовтыҡы кеүек 12-шәр мәрәй һәм еңеүсе – Туланан Александр Гетманскийҙан бер балға аҙыраҡ. Өфө уҡыусыһы Тамерлан Әхмәровтың 11 мәрәй һәм 11-се урын.
14 йәшкәсә ҡыҙҙар араһында икенсе урын – Өфө уҡыусыһы Руфина Таулыҡаевала.