Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 11:49

Башҡортостанда дәүләт транспорт академияһын асыуҙары ихтимал

#нацпроекты

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә шундай башланғыс менән сығыш яһаны.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында «заказсылар һәм подряд ойошмалары вәкилдәре компетентлыҡ кимәленең етерлек булмауын күрһәтте», тип билдәләне ул.
Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, юл-транспорт тармағы әле үк квалификациялы инженер-техник кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Ошондай ҡытлыҡ, ғәмәлгә ашырыу планлаштырылған эш күләмен иҫәпкә алып, арта бара.
«Шуға бәйле транспорт белеме буйынса координация советын булдырыу һәм Өфө автотранспорт колледжын республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ҡарамағына тапшырыу, артабан уны юғары уҡыу йорто — Башҡортостан дәүләт транспорт академияһы рәүешендә аккредитациялау башланғысы менән сыҡтыҡ. Был юл-транспорт предприятиеларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирер ине», — тине ул.
Радий Хәбиров башланғысты хупланы, республиканың бюджет урындары менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләне һәм башлыҡ хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға проектты ғәмәлгә ашырыуға ҡушылырға ҡушты.
Читайте нас: