Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 20:00

Башҡортостанда мейес яғып йылытылған бөтә мәктәптәрҙе ҡаҙанлыҡҡа күсерәләр

..

Башҡортостанда киләһе йылда мейес яғып йылытылған бөтә мәктәптәрҙе ҡаҙанлыҡҡа күсерәләр, тип хәбәр итте республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин бөгөн «Мәғариф сәғәте»ндә.
Саралар һауа-йылылыҡ режимына, һыу менән тәьмин итеүгә һәм капиталь ремонт үткәреүгә талаптарҙы үтәү маҡсатында Рәсәй Федерацияһы Президенты Мөрәжәғәтнамәһе йөкләмәләрен ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.
2020 йылға республика бюджетында капиталь ремонт, матди-техник базаны һәм энергия һаҡлау сараларын нығытыу өсөн 946,3 миллион һум финанслау ҡаралған. Республика сараларынан тыш, федераль бюджеттан 105,5 миллион һум аҡса йәлеп ителә.
Хәҙерге ваҡытта төбәктә 18 мәктәп элеккесә мейес яғып йылытыла.
Читайте нас: