Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 15:31

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә республика математика лицей-интернаты төҙөлә

#нацпроекты

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә математика һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә һәләтле балалар өсөн республика лицей-интернаты төҙөлә, тип хәбәр итте Башҡортостандың мәғариф минстры Айбулат Хажин бөгөн «Мәғариф сәғәте»ндә.
Объекттың төҙөлөшө киләһе йылда башлана. Өфө йылғаһы буйындағы интернат тибындағы лицей 2021 йылда асыла.
Республикала математика мәктәбен асыу тәҡдимен билдәле педагогтар Михаил Саханевич һәм Александр Столяров индергән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, лицей 21-се быуат мәктәбе булырға тейеш.
Мәғариф” милли проекты сиктәрендә быйыл Рәсәйҙә алты тиҫтәгә яҡын мәктәп асылды. Был хаҡта депутат Татьяна Голикова белдерҙе. "Мәғариф" милли проектының бюджеты – 784,5 миллиард һум.

Читайте нас: