Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 19:26

Күп балалы ғаиләләргә ярҙам

...

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн ағас әҙерләгәндә өҫтөнлөклө хоҡуҡтар бирелә.
Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 12-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Законды ҡабул итте, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы.
Нормативтарға ярашлы, граждандарға торлаҡ йорт төҙөү өсөн – 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометр, торлаҡ йортто ремонтлау өсөн биш йылға бер тапҡыр – 25 кубометрға тиклем, йорт-ҡаралты төҙөү өсөн – биш йылға 50 кубометрға тиклем, йорт-ҡаралтыны ремонтлау өсөн – өс йылға 15 кубометр, йылытыу өсөн йылына 20 кубометрға тиклем ағас ҡаралған.
Читайте нас: