Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 12:22

Рәмил Шәмсетдиновты мәсхәрәләүселәр үҙ ғәйебен таныған

...

Рәмил Шәмсетдиновты мәсхәрәләүселәр үҙ ғәйебен таныған. Был хаҡта «URA.RU» агентлығына һалдаттың атаһы Сәлим Шәмсетдинов һөйләгән.
Уҙған аҙнала Чита янындағы хәрби часта хеҙмәттәштәрен атҡан Рәмил Шәмсетдинов зыян күреүсе тип билдәләнгәйне.
«Эш айырым тәртиптә ҡарала. Был судта яуап тотоусылар тәфтиш һөҙөмтәләре менән ризалашты тигәнде аңлата, йәғни үҙҙәренең ғәйебен танынылар. Уларға хөкөм ҡарары зыян күреүсе яҡтың ҡатнашлығынан тыш сығарыла. Рәмилдән тыш, унда тағы өс һалдат зарар күреүсе булараҡ тикшерелә", - тигән агентлыҡҡа Рәмилдең атаһы.
Әйткәндәй, Рәмил Шәмсетдиновты Рәсәйҙә билдәле адвокаттар Рауил Туғушев менән Руслан Нәғиев яҡлай. Чечен республикаһы президенты адвокаты Саид-Магомед Чапанов уларға кәңәш менән ярҙам итә. Улар барыһы ла үҙҙәренең хеҙмәте өсөн гонорарҙан баш тартҡан.
Читайте нас: