"Халыҡ контроле" проекты вәкилдәре граждандар мөрәжәғәте буйынса сауҙа үҙәктәрен ҡайтанан тикшереп сыҡты. Һөҙөмтәһе ҡыуанырлыҡ түгел - бынан алда никотин ҡатышмаларын асыҡтан-асыҡ һатһалар, хәҙер йәшереп сауҙа итеүҙе дауам итәләр. "Снюс"тар кәштәләрҙә күренеп ятмай, әммә һатыусылар уны сығарып бирергә аптырап тормай икән.
Яңыраҡ "снюс"ты ҡулланған бер нисә мәктәп уҡыусыһы дауаханаға эләкте. Ҡануниәткә ярашлы, шыйыҡ никотин ҡатышмаларын һатыу тыйылмай. Бындай ваҡиғаларҙан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшҡыуарҙарға “снюс”ты һатыуҙы туҡтатырға талап итте. Күрәһең, мул табыш килтергән кәсеп менән хушлашырға теләмәйҙәр.
Был йәһәттән ата-әсәләргә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Балаларҙың модалы трендтары көн һайын тиерлек яңырып тора. Быға тиклем күптәр "снюс"тың нимә икәнлеген дә белмәгәндер бит. "Снюс" шул уҡ тәмәке, тик сәйнәй торған, әммә уның зарары (никотины) күп тапҡырға артығыраҡ. Тағы ла шуны күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк, кибеттәрҙә "кәнфит"тәр тыйылһа ла, балалар уларҙы интернеттан һатып алыуы ихтимал.