Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 14:20

Атлай башламаҫ борон уҡ теле асылған Фәрзәнәгә күршеләре : “Әле тәпәй китмәнеме?” - тип һораһалар, йоҙроҡ төйөп: “Атлай-атлай!” - тип ҡысҡырып ултырыр булған

Билдәле яҙыусы, журналист Фәрзәнә Аҡбулатова тормошонан ун ваҡиға. #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға #Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана

1. Атлай башламаҫ борон уҡ һөйләшә башлаған. Күршеләре инеп: “Фәрзәнә атлаймы?” - тип һораһалар, йоҙроҡ төйөп: “Атлай-атлай!” - тип ҡысҡырып ултырыр булған.
2. Башланғыс класта уҡығанда, иң тиҙ уҡыу буйынса уға етеүсе булмай. Китапҡа изге мөнәсәбәт ҡандан килә. Фәрзәнәнең ата-әсәһе - уҡытыусылар. Иң таҙа дәреслектәр ҙә һәр саҡ уныҡы була.
3. Икенсе класҡа барған сағында Әлмира апаһының тыуған көнөнә әхирәте “Ырғыҙ” романын бүләк итә. Апаһы менән ярыша-ярыша ошо китапты уҡып бөтә. Әле саҡ икенсе класҡа барған баланың романды уҡып сығыуы атаһын ғәжәп итә. Фәтих ағай ҡыҙынан ғаилә ағзаларын йыйып, имтихан ала һәм бик ҡәнәғәт ҡала.
4. Буласаҡ яҙыусы бәләкәйҙән бәйләм бәйләүгә әүәҫ була. Эшен йөнойоҡ бәйләүҙән башлаһа, аҙаҡ дебет шәл бәйләүгә күсә. Әсәһе менән икәүләшеп буш ваҡыттарында дебет шәл бәйләйҙәр. Уны һатып аҡса эшләйҙәр. Әйткәндәй, бер дебет шәлде әсәле-ҡыҙлы Төркмәнстанға алып баралар. Ошо шәл инде утыҙ йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, бар икән. Быйыл шуны белеп хайран ҡала.
5. Шулай уҡ һүрәт төшөрөргә лә ярата. Мәктәптә конкурстарында беренсе урындар яулай. Һүрәт төшөрөүгә булған мөхәббәте уны туғыҙынсы кластан һуң Өфө педучилищеһының художество-графика бүлегенә алып килә.
6. Тәүге хикәйәләренең береһе “Атай икмәге” - иң популяр хикәйәләр исемлегендә. БДУ-ла өсөнсө курста уҡығанда был хикәйә “Ағиҙел” журналында баҫылып сыға. Шул уҡ йылды өмөтлө ҡәләм оҫтаһы ошо журналдың йыллыҡ лауреаты була. Был абруйлы баҫмала студенттың йыллыҡ лауреат булыуы –тарихта беренсе тапҡыр. Ә “Атай икмәге” хәҙер башҡорт әҙәбиәте дәреслегенә индерелгән һәм балаларҙың иң яратҡан хикәйәләренең береһе иҫәпләнә.
7. Фәрзәнә Аҡбулатова - йәштәр өсөн ойошторолған Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһының тәүге лауреаты. 1-се һанлы танытма йәш прозаикҡа бирелә. Был маҡтаулы исемгә ул “Атай икмәге” тип аталған хикәйәләр йыйынтығы өсөн лайыҡ булды.
8. “Мин тынлыҡты тыңланым” повесы баҫылып сыҡҡас, ҡайһы бер уҡытыусылар яҙыусының әсәһе Шәфиға ханымға килеп: “Минең яҙмышымды яҙған, уны ҡайҙан белде икән?” – тип аптырашып йыш һорағандар.
9. 2012 йылда үткән Бөтөн донъя ғағауздарының икенсе конгресы делегаты ла була. Ғағауздарҙың Башканы Михаил Формузал уға “Gagauz Yeri” иҫтәлекле миҙалын тапшыра.
10. Былтыр Фәрзәнә Аҡбулатова Халыҡ-ара М. Ҡашғари исемендәге хикәйәләр конкурсында икенсе урын яулай. Ул Башҡортостан буйынса был конкурста әлегә тәүге лауреат.
Читайте нас: