Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 15:26

Данлыҡлы батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡойоусыға – 125 йыл

#СалауатЮлаев #миллибатыр

Бөгөн милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленең авторы – данлыҡлы скульптор-монументалист Сосланбәк Дафаевич Тавасиевтың тыуыуына 125 йыл тула.
Сосланбәк Тавасиев 1894 йылдың 25 декабрендә Рәсәй империяһының Терек өлкәһенең Дигор тарлауығындағы Фаснал ауылында донъяға килгән. Хәҙер был төбәк Төньяҡ Осетияға ҡарай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тавасиевтарҙың ғаиләһе Башҡортостанға Стәрлебаш ауылына эвакуациялана. 1941-1942 йылдарҙа Сосланбәк Тавасиев Рәссамдар союзының Өфө ҡала бүлексәһенең яуаплы секретары вазифаһын башҡара. 1941-1946 йылдарҙа беҙҙең республикала йәшәү осоронда унда Салауат Юлаевҡа скульптура-һәйкәл яһау теләге барлыҡҡа килә. Уны тормошҡа ашырыуға оҫтаның байтаҡ ғүмере бағышлана. Һәйкәлдең макетын һәм артабан скульптураһын ул Ново-Абрамцево ҡасабаһындағы оҫтаханаһында эшләй.
Һәйкәлде Өфөлә Ағиҙелдең бейек ярында 1967 йылда урынлаштыралар. Был эше өсөн скульптор ошо уҡ йылда Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы исеменә лайыҡ була, уға Художество академияһының алтын миҙалы, ә 1970 йылда СССР Дәүләт премияһы бирелә.
Сосланбәк Тавасиев 1974 йылдың 10 апрелендә Мәскәүҙә мәрхүм булып ҡала һәм Новодевичье зыяратында ерләнә.
Читайте нас: