Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 15:37

Рәмил Шәмсетдиновты Мәскәүгә алып киләләр

...

Рәмил Шәмсетдиновты Мәскәүгә В.П. Сербский исемендәге психиатрия һәм наркология үҙәгенә тикшереүгә алып киләсәктәр.
Егеттең адвокаты әйтеүенсә, ул Яңы йылды юлда ҡаршылауы ихтимал. Рәмил Мәскәүҙә атаһы менән осрашыуҙан баш тартҡан, сөнки уға үҙен ҡулға алырға кәрәк, инсульт кисергән яҡын кешеһенә лә тулҡынланырға ярамай. “Сербскийҙа ниндәй шарттар булыуын әйтә алмайым, әммә әлегә ул үҙен яҡшы тоя, уны бер кем дә ҡыйырһытмай, бер камерала ултырғандар менән дә мөнәсәбәте һәйбәт”, - тип белдерә Рәүил Туғушев.
Алда хәбәр итеүебеҙсә, судта яуап тотоусылар үҙҙәренең ғәйебен таныған. Уларға хөкөм ҡарары зыян күргән яҡтың ҡатнашлығынан тыш сығарыласаҡ. Рәмилдән башҡа, унда тағы өс һалдат зыян күреүсе булараҡ тикшерелә.
Читайте нас: