Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 15:57

Үәт, исмаһам, Ҡыш бабай!

Өфө пенсионеры, баянда уйнап, сабыйҙар йортонда тәрбиәләнгән кескәйҙәр өсөн һигеҙ тоҡ уйынсыҡҡа аҡса эшләгән.

Юрий Ивановичҡа 69 йәш, ул Өфөлә йәшәй, күптән хаҡлы ялда. Тыуғас та әсәһе унан баш тартҡан һәм ул Өфө сабыйҙар йортона эләккән. Юрийға 4 йәш тулғас, уны балалар йортона ебәргәндәр. Тәүҙә Бәләбәйгә, һуңынан Бишбүләк районына, ә аҙаҡтан Бөрөгә.

Бер көндө Яңы йыл алдынан балалар йортона күршеләге хәрби частан курсанттар килгән, улар кескәйҙәрҙе Яңы йыл менән ҡотлап, символик бүләктәр тапшырған. Уларҙың береһе Юраға ҡәләмдәр бүләк иткән. Был ваҡиға мәңгелеккә малайҙың хәтерендә ҡалған. Буйы бәләкәй булғанға күрә, уны балалар йортонда Ҡошсоҡ тип йөрөткәндәр.

Юрий Иванович һалдаттың изгелеген онотмаған, хәҙер үҙе лә йылына бер нисә тапҡыр 2 айҙан алып 4 йәшкәсә етем балалар йәшәгән сабыйҙар йортона бара. Пенсионер көн һайын тиерлек ВАЗ туҡталышында баянда уйнаған. Уның йыйған аҡсаһы 8 тоҡ уйынсыҡ һатып алырға еткән.

Бөгөн дә Юрий Иванович сабыйҙар йортона барған, балаларға баянда уйнаған һәм уйынсыҡтар бүләк иткән.

Үәт, исмаһам, Ҡыш бабай!
Читайте нас: