Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 11:51

Владимир Путин: “Һаҡ бул, етерлек һуғыштың, социаль мәсьәләләр менән шөғөллән”

Владимир Путин: “Һаҡ бул, етерлек һуғыштың, социаль мәсьәләләр менән шөғөллән”

Журналистар алдында сығыш яһағанда Чечня Президенты Рамзан Ҡадиров ил башлығы Владимир Путиндың хәрби операцияларҙа шәхсән ҡатнашмауын даими үтенеүе тураһында һөйләне: “Владимир Владимирович берәй ғәҙәттән тыш хәл булһа, һәр саҡ үҙемде һаҡлауымды үтенә. “Һаҡ бул, етерлек һуғыштың, хужалыҡ, социаль мәсьәләләр менән шөғөллән”, - ти ул өлкәндәрсә хәстәрлек күрһәтеп. Әммә Рәсәй Президенты быны фарман түгел, ә өгөт-нәсихәт итеп әйтә, фарман булһа, мотлаҡ тыңлар инем”, – тине Рамзан Ҡадиров.
Бынан алдараҡ ҙур матбуғат конференцияһында Рәсәй Президенты Владимир Путин, Кремлдән тыйыуға ҡарамаҫтан, Рамзан Ҡадировтың хәрби операцияларҙа ҡатнашып, ғүмерен көн һайын хәүеф аҫтына ҡуйыуын билдәләгәйне.
#ВладимирПутин
Читайте нас: