Пациенттарҙы “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашҡан фельдшер ҡабул итә.
Яңы ФАП-тар заманса санитария нормаларына һәм талаптарына яуап бирә. Уларҙа фельдшер кабинеты, ҡаралыу һәм процедуралар бүлмәләре, хужалыҡ блогы, санузел бар.
Быйыл Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикалағы медицина учреждениеларына 6707 берәмек ҡорамал тапшырылған. Улар араһында һигеҙ томограф, ике КТ/МРТ, 17 УТТ һәм 12 рентген аппараты бар.