Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2019, 13:00

2019 йылдың иң шәп мәҡәләһе һәм хикәйәһе билдәләнде

Шулай итеп, тауыш биреү тамамланды, дуҫтар! Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ фекеренсә, йылдың иң шәп мәҡәләһе тип...#Шоңҡаржурналы #Йылмәҡәләһе #Йылхикәйәһе

Хөрмәтле дуҫтар, бына-бына тупһабыҙға Сысҡан йылы аяҡ баҫырға тора. Беҙ бер нисә көн элек әүҙем авторҙарыбыҙҙы, тоғро уҡыусыларыбыҙҙы барлау маҡсатында һораулама ойошторҙоҡ. Сайтыбыҙҙа 10 мәҡәлә һәм 10 хикәйәне тауыш биреүгә ҡуйҙыҡ. Шулай итеп, бөтәһе йөҙҙән ашыу кеше үҙ фекерен белдерҙе. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ һайлауы буйынса, йылдың иң шәп хикәйәһе тип Мәләүез ҡалаһынан Лена Хәйруллинаның "Хыялый" хикәйәһе табылһа, ә "Йыл мәҡәләһе" исемен әүҙем авторыбыҙ Нурзиә Йылҡыбаеваның "Ваҡытым менән үҙем идара итәм” интервьюһы алды. Афарин! Ҡотлайбыҙ!
Барығыҙҙы ла етеп килгән Яңы йыл менән! "Шоңҡар" менән бергә ҡалығыҙ!
#Йылмәҡәләһе #Йылхикәйәһе
Читайте нас: