Дәүләт Думаһы депутаты яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға «яңы йыл капиталы» түләү башланғысы менән сығыш яһаны. Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Борис Чернышев хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилинға «яңы йыл капиталы»н булдырыу тәҡдимен индерҙе, тип хәбәр итә RT. Депутат һүҙҙәренсә, аҡса пенсионерҙарға шәхси бюджетҡа зыян килтермәйенсә Яңы йылды байрам итергә аҙыҡ-түлек һәм атрибуттар һатып алырға мөмкинлек бирергә тейеш.
«Ошо аҡса ярҙамында дәүләт оло йәштәге граждандарға байрамдарҙы үҙҙәре теләгәнсә үткәреү мөмкинлеген бирер ине», — тиелә мөрәжәғәттә.
Депутат ошондай түләүҙәрҙең суммаһын Рәсәй төбәктәрендәге пенсияның уртаса суммаһынан сығып иҫәпләргә тәҡдим итте.