Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2019, 13:49

Өфөлә 385 алданған өлөшсөгә фатир асҡыстары тапшырыла

...

Был аҙнала Өфөлә өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡан 385 ғаиләгә күптән көтөлгән торлаҡ асҡыстары тапшырыла.
24 декабрҙә «Көмөш шишмә» торлаҡ комплексында күп фатирлы йортто (литер 9) сафҡа индереүгә рөхсәт бирелде. 316 ғаилә күптән хыялланған фатир асҡыстарын алырға тейеш.
25 декабрҙән Дим-9 биҫтәһен төҙөүсе фатирҙарҙы ҡабул итеү һәм асҡыстар тапшырыу сараларын уҙғара, тип хәбәр итә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты. 9-сы йортто туйлаусылар +7(347)200-05-25 телефоны буйынса фатирҙарҙы ҡабул итеү мәсьәләһе буйынса шылтырата ала.
Аҙна аҙағына тиклем «Яңы Булгаков» торлаҡ комплексында тағы 69 ғаиләгә фатир асҡыстары бирелә. 26Б һәм 40 йорттары буйынса сафҡа индереү актына ҡул ҡуйылған.
Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Башҡортостанда «проблемалы» йорттарҙы төҙөүҙе тамамлау буйынса эш дауам итә.
Читайте нас: