1. Зөһрә был доңъяға ике килограмм ҡына булып, бөркәнсек (в рубашке) эсендә тыуа. Уны ҡабул иткән табибә йәш әсәгә: “Ҡыҙың бик өлгөр булыр, ғүмер буйына йүгереп кенә йөрөр инде,” - ти.
Ул бөркәнсек юғалғас, уны һаҡлай алмағаны өсөн борсолған әсәһен ҡыҙы: “Миңә тәғәйенләнгән яҙмышты ла, бәхетте лә бер кем дә ала алмай ул", - тип йыуата. Был һүҙҙәр, ысынлап та, раҫҡа сыға. һәр кемдең үҙ бөркәнсеге, үҙ юлы, үҙ бәхете. Уны урлап та, ҡабатлап та булмағанлығын ул йылдар үткән һайын нығыраҡ төшөнә.
2. Күп балалы ғаиләлә донъяға килә Зөһрә. Әсәһе уларҙы берәм-берәм мунсаға ташый, атаһы сиратлап йыуындыра, ҡойондорған һайын: "Уҡытыусы, табип, агроном, инженер, зоотехник, министр булығыҙ", - тип теләк теләй. Йылдар үтә, ете бала ла юғары уҡыу йорттарын тамамлап, ата-әсә теләгән һөнәрҙәргә эйә була. Фәнни тикшеренеүҙәрендә Зөһрә башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнгәндә ошо йолаға тап була: баҡтиһәң, ҡойонғанда йәки ямғыр аҫтында теләнгән теләк ҡабул була икән. Ысынлап та, матур, яҡшы маҡсаттар ҡуйырға, изге теләктәр генә теләргә кәрәк - хыялдар, теләктәр тормошҡа аша ул!
3. VIII кластан һуң үҫмер ҡыҙ Салауат педучилищеһына уҡырға инә. Бер-ике айҙан һуң, һағыныуға түҙә алмай, ташлап ҡайтырға була. Класс етәксеһе саҡырып ала ла: "Ярай, ҡайт, әммә ауылда мәктәптәге маҡтау ҡағыҙың ялған баһалама булған, уҡый алмаған, тип әйтәсәктәр. Улай ғына ла түгел, ҡалаға китеп, боҙолған, йүнһеҙ ҡыҙға әйләнгәне өсөн ҡыуып ҡайтарғандар, тип ғәйбәт тә таратыуҙары ихтимал. Шуға уйла!" – ти. Ошонан һуң ҡыҙҙа уҡыуҙы ташлап ҡайтыу уйы бөтөнләй юҡҡа сыға.
4. Уҙенең исемен русса тыуыу танытмаһында "Зугура" тип яҙылғанын Зөһрә педучилищела паспорт алғанда ғына белә. Ә БДУ-ның дипломын тултырғанда деканат ҡыҙҙары Зугура урынына Зухра, тип яҙып ҡуя. Шунан саҡ-саҡ төҙәтә. Күптәр уны исемен алмаштырырға өгөтләй. Әммә ул: “Исемемде үҙгәртмәйем, хәтере ҡалыр ҙа, яҙмышым үҙгәрер",- ти. Шулай Зугура булып ҡала.
5. Педучилищела уҡығанда бәләкәй буйлы Зөһрәнең ауыр баянға көсө етмәй, шуға күрә дәүләт имтиханы ваҡытында комиссия ҡатмарлы этюдын ултырып уйнарға рөхсәт итә. Йылдар үтеп, беләккә көс ҡунһа ла, һаман баянында ултырып уйнай.
6. Яҡшы ғына, етди, олпат кәүҙәле физфак егетенә ғашиҡ булғас, ниһайәт, буласаҡ ҡәйнәһенә ҡунаҡҡа килә Зөһрә. Бәләкәй генә, ҡыҫҡаҡ сәсле, сибек кенә ҡала ҡыҙына оҡшап торған буласаҡ киленгә бик икеләнеп ҡарай әсә кеше. Йүгерешеп ҡунаҡҡа өҫтәл әҙерләйҙәр, әллә нисә һалма йәймәһе ята, хужалар өлгөрмәйҙәр. Зөһрә шым ғына: "Һалма ҡырҡайыммы?" - тип рөхсәт һорай. Буласаҡ ҡәйнә уның был эште еренә еткереп башҡарырына ышанып етмәһә лә, ризалаша. Ә ул иһә кәтук ебендәй нәҙек итеп һалманы ҡырҡып та ҡуя . Табында һалманы һурпаны күреп, бер оло еңгә: "Һай! Кем ҡырҡҡан бындай һалманы? Беҙҙә улай белмәйҙәрсе!" - тип ҡысҡырып ебәрә. "Бына, буласаҡ килен", - тип яуаплай хужабикә. Зөһрә эстән генә, 1/0 минең иҫәпкә, тип уйлап ҡуя. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, тип һығымта яһай үҙе өсөн.
7. Кейәүгә сыҡҡас, фамилияһын алмаштырмаҫҡа була: ике диплом, шәфҡәт туташы танытмаһы, профсоюз билеты, партбилет Бәширова фамилияһында: күпме ҡағыҙ һәм документ алмаштырырға кәрәк! Әммә кейәү кеше бик ҡаты тора: фамилияма күсмәһәң, өйләнмәйем, ти. Ни эшләһен Зөһрә, Рәхмәтуллина фамилияһын ала. Әммә был фамилия ла уға тик яҡшы яҡтан ғына тәҫьир итә. Кейәүгә сыҡҡандан һуң ул философия фәндәре докторы, сәйәсмән булараҡ таныла.
8. Буласаҡ фән докторы, сәйәсмән ғүмере буйы уҡый: мәктәп, педучилище, университет, аспирантура, докторантура. Ауыл халҡы: "Уҡыйһың да уҡыйһың, уҡыйһың да уҡыйһың, министр булырға итәһеңме әллә?" - тип аптырай. Әле Зөһрә ауылдаштарына бик рәхмәтле: улар, ысынлап та, уға министр яҙмышы юраған.
9. Министр дәрәжәһен тәҡдим иткәс, ҡото осҡан профессор Зөһрә әсәй урынына ҡалған кәңәшсеһе, атаһына ҡайтып ҡурҡыуын, был эштән баш тартасағын әйтә. Атаһы: "Әй, ҡыҙым, кеше эштән ҡурҡамы ни", - тип бер һөйләм генә әйтә. Был һүҙҙәрҙе Ҙөһрә Рәхмәтуллина хәҙер икеләнгәндәрҙең барыһына ла ҡабатлай.
10.Төркөмдәштәренән башҡа, университетта ҡыҙының министр балаһы икәнлеген бер кем белмәй. Бер дәрестән һуң ҡыҙы, "Инәй, беҙгә мәҙәк ағай философиянан лекция уҡый: төрлө ҡыҙыҡлы тарихтар, көләмәстәр һөйләй, бөтәһен дә тәнҡитләй, ә һиңә нисек эләгә, белһәң!" – ти. Үҙе философ министр Рәхмәтуллина теге таныш коллегаһын бер сарала осратып: "Һеҙҙең лекцияларығыҙ минең ҡыҙыма шул тиклем ныҡ оҡшай!" - тип әйтеп китә. Күп тә үтмәй, ҡыҙы көлә-көлә ҡайтып инә лә: "Бөгөн лекцияла философ 100-ҙән ашыу аудиторияға: "Рәхмәтуллина, баҫығыҙ!" - тип ҡысҡырҙы. Мин баҫтым. “Ниңә әсәйегеҙ министр икәнен әйтмәнегеҙ?!” - ти. “Ә Һеҙ һораманығыҙ", - тинем. Шунан мине ултыртты ла, һине ныҡ итеп маҡтаны", - ти.