Уның әйтеүенсә, граждандарҙың йәшәү кимәле иң тәүҙә иҡтисади үҫешкә бәйле, шуға был тармаҡ хөкүмәт өсөн иң мөһим урында булырға тейеш.
"Үтеп барған йылдың һуңғы кварталында, өсөнсөнән башлап тип әйтергә мөмкин, беҙ халыҡтың килеме һәм хеҙмәт хаҡының үҫеүен күрәбеҙ. Ошо тенденция һаҡланырға һәм артырға тейеш. Был – иң тәүге бурыс", – тине ул хөкүмәттең йомғаҡлау ултырышында.
Шул уҡ ваҡытта бөгөн ирешелгән үҫеш темптары менән булырға ярамай тигән фекерҙә Владимир Путин. "Иҡтисад үҫешен арттырыу өсөн барыһын да эшләргә кәрәк", – тине ул.
Президент әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта халыҡтың тормош сифаты үҫешендә ыңғай динамика күҙәтелә. "Беҙҙә әле эре инфраструктур проекттар тормошҡа ашырыла. Улар – иҡтисадтың төп тармаҡтарын үҫтереү өсөн яҡшы башланғыс. Ә уның артында кешеләрҙең йәшәү шарттарын үҫтереү тора", – тип асыҡланы ул.