Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2019, 19:35

"Шоңҡар" лауреаттары — 2019!

#Шоңҡаржурналы #Шоңҡарлауреаттары

Күҙ асып йоморға ла өлгөрмәнек, тағы бер йылыбыҙ елеп үтеп тә китте. Ғәҙәттәгесә, йыл дауамында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһар мәл етте. Йола буйынса, «Шоңҡар» Башҡортостан йәштәре журналын бай йөкмәткеле, уҡымлы итеүҙә күп көс һалған, уҡыусыларыбыҙҙы ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла әҫәрҙәре менән ҡыуандырып торған авторҙарыбыҙҙы билдәләп, тәбрикләп үтәбеҙ.
Беҙҙең лауреаттар:
Халҡыбыҙҙың тарихына, ҡомартҡыларына, шәхестәренә бәйле тәрән йөкмәткеле мәҡәләләре менән уйланырға мәжбүр иткән авторыбыҙ РӘЛИС УРАҘҒОЛОВ.
Журналыбыҙ биттәрен үҙенсәлекле геройҙары менән биҙәүсе, йөкмәткеһен байытыуға тос өлөш индереүсе нескә күңелле ижадташ дуҫыбыҙ НУРЗИӘ ЙЫЛҠЫБАЕВА.
«Шоңҡар» журналының сайтын (http://shonkar.rbsmi.ru) оҫта алып барыусы һәм ошо өлкәлә ең һыҙғанып эшләүсе алдынғы ҡарашлы, тырыш йәш хеҙмәттәшебеҙ ИНСАФ ХУЖАБИРГӘНОВ.
Йыл башынан «Шоңҡар» Башҡортостан йәштәре журналы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин инициативаһы менән батырҙар, тәүәккәлдәр, көслө рухлылар, фиҙаҡәрҙәр хаҡында яҙылған күләмле әҫәрҙәргә, очерктарға иғлан иткән Ибраһим Ғиззәтуллин исемендәге премияға конкурс иғлан иткәйне. Журнал уҡыусыларын заманыбыҙҙың лайыҡлы батырҙарына арналған күп кенә эстәлекле эштәр ҡабул ителде. Шулар араһынан «Был тормоштоң ысын кешеһе» тигән мәҡәләһе өсөн ТАҢСУЛПАН РӘСҮЛ һәм «Хыялың булғанда һин көслө» йәғни һикһән йәшлек инфотренер» тип аталған яҙмаһы өсөн ГӨЛНАРА ХӘЛФЕТДИНОВА еңеүселәр тип табылды.
Баҫмабыҙ яҙмышына битараф булмаған барлыҡ тоғро дуҫтарыбыҙға, журналыбыҙ менән хеҙмәттәшлек итеүселәргә, беҙҙең проекттарҙы, конкурстарҙы хуплаусыларға, уларҙа ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Яңы йыл менән!
Читайте нас: