Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2019, 12:06

Уҙған йылдың иң шау-шыулы ваҡиғаһына нөктә ҡуйылды

...

Кисә былтыр 2018 йылда башланып киткән иң шау-шыулы ваҡиғаға нөктә ҡуйылды. Өфөнөң Киров районы суды коллегаһын мәсхәрәләүҙә ғәйепләнгән өс элекке полиция хеҙмәткәренә хөкөм ҡарары сығарҙы. Салауат Ғәлиев — ете, Эдуард Матвеев — ете, Павел Яромчук алты йылға дөйөм режимдағы колонияға оҙатыла. Бынан тыш, һәр береһе ҡыҙға әхлаҡи зыянды ҡаплатыу өсөн өс миллион һум түләргә тейеш.
Зыян күреүсенең адвокаты суд ҡарары менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Киров районы суды ҡарары үҙ көсөнә инмәгән, 10 көн эсендә уға ялыу бирергә мөмкин.
Элекке хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы 2018 йылдың октябрендә ҡулға алдылар. Хөкөм ителеүселәр ярты йылдан ашыу Тәфтиш изоляторында ултырҙы. Һуңынан суд ҡарар сығарғандарын көтөү өсөн бөтәһен дә өйөнә ҡайтарҙы.
Читайте нас: