Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2019, 21:30

"Ваҡытым менән үҙем идара итәм"

– Бер велосипедты өс йыл эсендә бер миллион һумға әйләндергән, тиҙәр һинең хаҡта. Бына минең дә балконда велосипед тора, әммә унан миллион яһау уйы башҡа инеп сыҡҡаны ла юҡ. Ни өсөн шулай икән?– Был һинең фекер тарлығың, тормошто бер яҡлы ғына ҡабул итергә күнегеүең тураһында һөйләй. Тимәк, урта статистик ҡатламға ҡарайһың.

Ете-һигеҙ йыл элек Өфөлә эре сауҙа комплекстарының береһе асылған көндәрҙә Швеция эшҡыуарҙарының матбуғат конференцияһы уҙғайны. Шунда шведтар сит планетанан килгән һымаҡ тойолдо. Ир-ат булыуҙарына ҡарамаҫтан, энәһенән ебенә тиклем уйланылған стилле кейемдәре, тел тейҙергеһеҙ ҡиәфәттәре бер хайран итһә, туҡтауһыҙ йылмайыуҙары йәнә ғәжәпләндерҙе. Йылмайыуҙары ла Рәсәй халҡына хас яһалма, һаран түгел, ә тәбиғи һәм бәхетле. Тормоштан ләззәт алып йәшәү, ҙур маҡсаттарға ашҡыныу сағыла ине уларҙың йөҙөндә.
Яңыраҡ теге шведтарҙы хәтерләткән ҡәнәғәт сырайлы кеше осраны. Быныһы инде үҙебеҙҙең башҡорт эшҡыуары булып сыҡты. Шул уҡ ыҫпайлыҡ, шат йылмайыу, янып торған күҙҙәр...
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы фаразлауынса, 2020 йылда депрессия осраҡтарының, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен уҙып, беренсе урынға сығыуы ихтимал. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәй халҡының 15 проценты самаһы депрессияға дусар. Көн-төн насар яңылыҡтарҙың яуыуы, аҙыҡ-түлеккә, бензинға, коммуналь хеҙмәткә хаҡтарҙың артыуы, пенсия йәшенең оҙайтылыуы һәм башҡалар халыҡты күңел ауырыуҙарына этәрә. Ошондай депрессив шарттарҙа йәш эшҡыуар Айнур ҒӘЗИЗОВ дөйөм массанан ни өсөн айырылып тора? Дәртте ҡайҙан ала? Әңгәмә ваҡытында шул һорауҙарға яуап эҙләнек.
Бер велосипедтан – бер миллион һум
– Бер велосипедты өс йыл эсендә бер миллион һумға әйләндергән, тиҙәр һинең хаҡта. Бына минең дә балконда велосипед тора, әммә унан миллион яһау уйы башҡа инеп сыҡҡаны ла юҡ. Ни өсөн шулай икән?
– Был һинең фекер тарлығың, тормошто бер яҡлы ғына ҡабул итергә күнегеүең тураһында һөйләй. Тимәк, урта статистик ҡатламға ҡарайһың.
– Ифрат тура һүҙлеһең икән. Ә үҙең шул “һоро масса”нан нисек айырылып сыға алдың?
– Эшҡыуарлыҡҡа урау-урау юлдар аша килдем. Мәктәпте тамалағандан һуң Учалы тау байыҡтырыу колледжында электромеханикка уҡыным. Әйткәндәй, тормошта үҙ урынын таба алмай йөрөгән егеттәргә ошо һөнәрҙе үҙләштерергә кәңәш итәм, сөнки хеҙмәт баҙарында электриктарға ихтыяж һәр саҡ ҙур. Беренсе курстан һуң Һамар өлкәһендә хәрби бурысымды үтәп ҡайттым. Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерияла хеҙмәт иттем. Унда электрик булып эшләп тә өлгөрҙөм – йөк күтәреүсе механизмдарҙы йүнәттем.
Колледждан һуң Учалылағы бер предприятиела электрик булып эш башланым. Етәкселек миңә өмөттәр бағланы, Екатеринбургтағы уҡыу йортонда ситтән тороп белем ала башлағайным, шундағы уҡыуым өсөн түләне. Тыныс ҡына эшләргә лә йөрөргә бит инде, тик күңел әллә ҡайҙа ашҡына. Отпуск мәле еткәс, предприятиеға уҡыу өсөн түләгән аҡсаларын кире ҡайтарып, дуҫым менән Мәскәүгә сығып киттем. Унда тормош ниндәй икән – шуны белгем килде.
Мәскәүҙә бер ай эш эҙләнем һәм автосервисҡа урынлаштым. Бер аҙна эшләп алғас, йылы кейемдәремде алып килергә тип, өйгә ҡайттым. Унда әсәйем илай ҙа илай. “Көн-төн Мәскәүҙән ҡурҡыныс хәбәрҙәр һөйләйҙәр, һинең өсөн ныҡ борсолам. Ебәрмәйем”, – ти ҙә ҡуя.
Ахырҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына урынлаштым. Унда эш еңелдән түгел, сыҙамлыҡ талап итә. Шахтала 720 метр тәрәнлеккә төшкәнем булды. Шахтер ағайҙар йыш ҡына эштән китергә өгөтләне. “Йәшләй генә һаулығыңды бөтөрәһең. Һинең урының бында түгел”, – тип борсолдолар. Биш ай үткәс, бер дуҫым: “Башкирэнерго”ла эш бар, әйҙә, Өфөгә”, – тип ҡотортто. Килгәйнем, унда эш булмай сыҡты. Автосервис, шиномонтаж тирәһендә йөрөп алдым. Шунан нефть сәнәғәте өсөн ҡоролмалар етештереүсе бер компанияға инженер булып урынлаштым. Эш хаҡы тотҡарлана башлағас, “Башкирэнерго”ға киттем. Унда ла етәкселек гел ҡеүәтләп торҙо, бер йыл эшләгәндән һуң үрләтәбеҙ, тинеләр.
Шул осор бергә фатир яллап йәшәгән Радмир исемле дуҫым велопрокат менән шөғөлләнергә булып китте. “50 мең һум аҡсам бар, әйҙә, велосипедтар һайлаш”, – тине. Ҡыҙыҡ өсөн мин дә, һигеҙ мең һумға велосипед алып, уға ҡушылып киттем.
“Өфө-Арена”ға яҡын ерҙән бер гаражды ҡуртымға алып, 2015 йылдың йәйендә бизнесҡа тотондоҡ. Йәй буйы эш менән әлеге гараж араһында йүгерҙем. Әлдә бер-береһенән алыҫ түгелдәр ине. Интернеттағы реклама буйынса велосипед һорап шылтыратһалар, тиҙ генә барып, аҡса эшләп киләм. Клиенттар күбәйә башлағас, әсәйемдән аҡса һорап торҙом. Ун мең һум ебәргәйне, ике велосипед алдым. Шулай итеп, өс великтан көнөнә ике мең һум табыш килә башланы.
Начальник үҙенә саҡырып, юғарыраҡ вазифа тәҡдим иткәс, эштән китеү тураһында ғариза тапшырҙым. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшҡыуарлыҡтан килгән аҡсаның, үҙеңә үҙең хужа булыуҙың тәмен татып өлгөргәйнем.
– Бер велосипедтан башланған эшеңде нисек йәйелдереүең тураһында һөйлә әле.
– Велосипедтарҙың һаны артып, улар гаражға һыймай башланы бер мәл. Башҡортостандың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығына, Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге парктан бушлай ер биреп тороуҙарын һорап, ғариза яҙҙым. Бер йәйгә рөхсәт бирҙеләр, әммә унда электр сымы ла һуҙылмаған, көплө урын да юҡ бит инде. Шул ерҙең эргәһендә генә билдәле компанияның велосипедтарын ваҡытҡа биреү ойошторолған. Директорына шылтыратып, уларҙың электр линияһынан файҙаланырға рөхсәт һораным. Ә ул көтмәгәндә миңә бизнесын һатып алырға тәҡдим итте. Кеҫәлә 50 мең һум ғына бар ине, шулай ҙа тәүәккәлләнем.
– Һинең был бизнесың йәйге осорға иҫәпләнгән. Ҡышҡынаһын нисек ҡышлайһың?
– Эштән киткәндән һуң тәүге ҡышты йәй эшләнгән аҡсаға үткәрҙем һәм былай итергә ярамағанлығын аңланым. Икенсе ҡыш трассаға сығып, русса әйтмешләй, “незамерзайка” һаттым.
Ғөмүмән, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәргә туҡтауһыҙ белемдәрен үҫтерергә кәңәш итәм. Миңә, мәҫәлән, Аяз Шабутдиновтың бер семинары ныҡ ярҙам итте – уның кәңәштәренә таянып, инвесторҙар табырға өйрәндем. Һөҙөмтәлә, велосипедтарға бәйле эшемдән тыш, Учалы ҡалаһында кеҫә телефондары өсөн аксессуарҙар һәм кейем-һалым магазиндары астым, инвесторҙарға бурыстарҙы ҡайтарҙым.
Ялланып эшләгәндәр араһында миллионер булып булмай
– Эштән киткәнгә үкенгәнең булманымы?
– Үкенмәйем, әммә яңы тормошҡа өйрәнеүе ауыр булды. Һаман ялланып эшләргә күнеккәнбеҙ бит инде. Ваҡытында барып ҡайтһаң, ҡушылғанды үтәһәң, шул етә. Бизнеста һәр көнөңдө үҙең ойошторорға, үҙеңә үҙең аҡса табырға тейешһең. Эшҡыуарлыҡты ташлап, кире берәй предприятиеға барырғамы икән, тигән ымһындырғыс уй йыш килеп сыға торғайны. Ул һынылышлы осор өс йыл дауам итте.
Элек бергә эшләгән егеттәр мине эреләнгән, беҙҙең менән аралашмай башланы, тип уйлай. Мин иһә элекке тормошома кире ҡайтмаҫ өсөн уларҙан ситләштем. Ялланып эшләгән кешеләр араһында йөрөһәң, улар һымаҡ фекер итә башлайһың, арттарынан эйәрәһең. Ундайҙар менән миллионер булып булмай. Шулай тигәнемә үпкәләмә, йәме. Әйткәндәй, һинең хеҙмәт хаҡың нисә һум?
– Республикалағы хеҙмәт хаҡының минималь күләменән ике тапҡырға күберәк.
– Ә минең кеҫә телефоны аксессуарҙары магазины ғына һинең эш хаҡыңдан күберәк килем килтерә. Шул уҡ ваҡытта көндө офиста ултырып уҙғарырға кәрәкмәй. Ваҡытты файҙалы һәм күңелле итеп ойоштора алам.
Бер нисә ай элек кәләшемде лә эшенән китергә күндерҙем. Ул нотариаль конторала эшләй ине. Көн дә ҡағыҙға сумып ултыра, эш көнөнән һуң да ҡалып эшләй. Кешеләр унда күп осраҡта вариҫлыҡ юллау, милек мөнәсәбәттәрен хәл итеү кеүек сетерекле һорауҙар менән йөрөгәс, көсөргәнеш тә ҙур. Эшенән ҡаршы алырға барам да, көн оҙоно йыйылған сағыу тәьҫораттарымды һөйләйем, пландарым менән уртаҡлашҡан булам, ә кәләшемдең мине тыңларлыҡ та хәле ҡалмай. “Нимә йылмайып тик йөрөйһөң!” – тип асыулана, етмәһә.
“Туҡта әле, – мин әйтәм, – миңә алсаҡ йөҙлө, тыныс күңелле ҡатын кәрәк. Эшеңдән китеп ҡарайһыңмы әллә?”. Оҙаҡ уйланғандан һуң күнде. Хәҙер кәләшем туйғансы йоҡлай ала, көнөн нисек теләй, шулай үткәрә. Иң мөһиме, ул гел бәхетле йылмая, әйҙә, шуны эшләйек, быны эшләйек, тип үҙе мине дәртләндереп тора.
– Ҡайһылай шәп! Ә Учалылағы магазиндар менән нисек идара итеп өлгөрәһең, үҙең Өфөлә йәшәйһең бит?
– Эште еңелләштерергә ынтылыу миндә электән килә. Колледжда уҡығанда ситтән тороп түтәлдәргә һыу ҡойоу системаһын уйлап сығарғайным. Мәҫәлән, йәй берәй ергә ял итергә киткәндә баҡсаңдағы шлангтарға кеҫә телефонын тоташтырып ҡалдыраһың. Кис шул телефонға шылтыратаһың һәм ул үҙенән-үҙе һыу һиптерә. Һуңынан һиңә эштең башҡарылыуы тураһында смс һәм фото ебәрә. Әгәр шылтыратырға онотһаң, система ерҙәге дымдың аҙлығын асыҡлай ҙа үҙе һыу һибә. Ул система өсөн Рәсәй кимәлендәге фәнни-ғәмәли эштәр конкурсында өсөнсө урын алдым.
Магазиндар менән дә шулай уҡ. Уларҙағы видеокамералар интернетҡа тоташтырылған, шуға күрә эште телефон аша күҙәтәм.
“Йә һин көнөң менән идара итәһең, йә көн һинең менән”
– Магазиндарҙан һәйбәт табыш килә, тигәйнең. Алыпһатарлыҡта отошло тармаҡты табыр өсөн берәй төрлө һиҙемләү кәрәкме, әллә был тәжрибәгә бәйлеме?
– Эске тойомлау булһа, бик һәйбәт. Миндә ул бар. Тағы ла килеп сыҡмаҫтай эшкә ваҡыт һәм көс сарыф итмәҫкә, үҙ мәлендә икенсе йүнәлешкә күсергә кәрәк. Мәҫәлән, 2016 йылда Шәфиев урамында йәшелсә-емеш магазины асып ҡараным. Йәй булғанғамылыр, һатыу насар барҙы. Файҙаһыҙ икәнен тойомлап, магазинды тиҙ генә һатып ебәрҙем. Унан алған килемгә әсәйемә урам эсендә һыу сығарттырҙым. Һаман да шуға ҡыуанып бөтә алмай. Элек бит һыуҙы колонканан ташый ине.
Кеҫә телефондары өсөн аксессуарҙар магазинын асҡас, күптәр уны килемһеҙ буласаҡ тип фаразланы. Кеше ундай нәмәне интертен аша арзаныраҡҡа ала, йәнәһе. Ысынында, халыҡтың күпселеге заказды ике айлап көткәнсе, тиҙ генә магазиндан алырға ярата. Тотоп, сифатын тикшереп алыу барыбер ышаныслы.
Кейем магазины ла ҡәҙимге түгел. Уны “Сотка” тип атаным да барлыҡ тауарҙы – свитерын, салабарын да – 100 һумға һаттым. Ул былтыр 6 июлдә асылды, һәм шул көндө үк 66 мең һумлыҡ әйбер һаттыҡ. Хәҙер ассортимент ҙурайҙы, ә хаҡтар 100-гә бүленгән һандарҙан тора: 100, 200, 300...
– Һине тыңлаһаң, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү шундай мауыҡтырғыс, еңел һымаҡ тойола. Ысынында нисек?
– Миҙалдың икенсе яғын һөйләмәнем бит әле. Мәҫәлән, нисә велосипедты урлағандарын әйтмәнем. Прокатҡа биргән саҡта кешеләрҙең берәй документын алып ҡала инек. Араларында мутлашыусылар – икенсе кешенең документын ҡалдырыусылар осраны. Ундайҙар велосипедты кире алып килмәй, полиция ла таба алмай. Һуңынан әҙерәк аҡыл ултырҙы – клиенттарҙы һайлаған велосипеды менән ҡуша фотоға төшөрә башланыҡ. Кире килмәүселәр булһа, фотоны социаль сертәрҙәргә һалыу ҙа етә – барыбер кемдер булһа ла уны танып, исем-шәрифен яҙып ебәрә. Шунан полицияға хәбәр итәбеҙ.
Бер осор туйҙарға гелий тултырылған шарҙар һатыу менән дә шөғөлләндем. Шарҙар эсенә төймәләй генә диодлы лампочкалар һалһаң, төндә матур итеп яна. Туй ҡунаҡтары һәм кейәү менән кәләш мәжлестән һуң шуларҙы һауаға осора. Бер яҡтан ауыр эш түгел һымаҡ, әммә ҡышҡы һыуыҡта өшөп-туңып шар өрҙөртөү, ҡайһы берҙә таңға ғына ҡайтыуҙар иҫкә төшһә, ҡыйын булып китә.
– Ниндәй пландар менән йәшәйһең?
– “Йә һин көнөң менән идара итәһең, йә көн һинең менән” тигән фекер оҡшай. Шул аҡылды тотоп, һәр көнөмдө алдан планлаштырам. Һәр айға, бер нисә йылға стратегик пландарым яҙып ҡуйылған. Уларҙы һәр саҡ үҙгәртеп, камиллаштырып торам. Быйыл, мәҫәлән, айлыҡ килемде 500 мең һумға еткерергә тигән маҡсат ҡуйғайным, хәҙер бер миллион һумға еткереү юлдарын эҙләй башланым.
– Айнур, әңгәмә барышында егәрлелегең хайран итте. Тағы ла әсәйеңде ҙурлауың, эштәреңде уның фатихаһы менән башҡарыуың һөйөндөрҙө.
– Ғаиләлә өс бала үҫтек – ағайым, мин һәм һеңлем. Учалы районының Килмәк ауылында тыуып, IX класты бөткәнсе шунда уҡыным. Бала сағымды әллә ни иҫләргә яратмайым. Атайым мәрхүмдең йәшел йыланға бәйлелеге көслө булды, беҙгә тәрбиә бирергә ынтылманы. Әсәйем бар тормош йәмен балаларында тапты. Беҙ әҙерәк ҙурайғас, икенсе ауылға күсеп киттек. Ысынлап та, әсәйебеҙҙе шатландырырға, көйҙөрмәҫкә тырышабыҙ.
Бала сағымды хәтерләргә яратмайым, тине Айнур. Күңеленә тыныслыҡ эҙләпмелер, ул гел дәрестәрҙән һуң йылға буйына ашҡына. Бәләкәй сағынан уҡ ауылда оҫта балыҡсы булып таныла. Эләктергән табышын һатып, аҡса эшләргә әүәҫләнеп китә. Бер көндө уға айырыуса ҙур уңыш йылмая – беләк буйлыҡ биш балыҡ эләгә. Бөтәһен дә һатып бөткәс, нишләп үҙем берәүһен ашап ҡараманым икән, тип үкенә. Айнур Ғәзизов бөгөн дә шул балыҡсы малайҙан әллә ни айырылмай төҫлө – көн дә бизнес тигән “ҡармағына” табыш эләктереп кенә тора. Тик хәҙер тапҡанын ҡулынан ысҡындырырға иҫәбе юҡ. Табыштарының артабан да үҙенә һәм яҡындарына шатлыҡ килтереүен теләйбеҙ.
Нурзиә ЙЫЛҠЫБАЕВА.
Читайте нас в