…Кино сәнғәте тураһында һөйләгәндә уның сөм ҡара күҙҙәрендә осҡон уйнағанын һиҙгәйнем инде. Шуға ла был һылыуҡайҙың тәүҙәрәк музыкаль клиптар сығарыуҙа ҡатнашыуына, һуңынан иһә фильм төшөрәм тип янып йөрөүенә артыҡ ғәжәпләнмәнем. Ҡышҡы кистәрҙә яҙылған сценарийын туҡтауһыҙ төҙәтеүе, башлаған киноһын тамамлау өсөн көн һайын тиерлек йыш ҡына битараф ҡалған ағай һәм апайҙарға шылтыратыуы, хатта күҙ ҡараһылай ҡәҙерләгән ҡиммәтле фотоаппаратын һатырға әҙер булыуы ғына бер аҙ аптыратты. Маҡсатҡа ынтылыш шулай булырға тейеш бит тип күңелдән генә һығымта яһап ҡуйғаным да хәтерҙә. Ә бына кинотеатрҙың ҡараңғы залында башҡа йөҙләгән тамашасы менән экрандан ҡарашты айырырға ҡурҡып “Ҡырағай” фильмын ҡарағанда, янымда йәш кенә ҡыҙҙарҙың һулҡылдағанын күргәндә, ир уртаһындағыларҙың уфтанғанын ишеткәндә, ғәжәпләнеүемдең сиге юҡ ине. Ҡасан тыуып өлгөрҙө һуң башҡорт киноһының сираттағы мөғжизәһе?!
Таныш булығыҙ – йәш һәм өмөтлө башҡорт режиссеры Фәрзәнә УТАРБАЕВА. Уның “Ҡырағай” тип аталған тәүге фильмы бик күптәрҙе һоҡландырҙы инде. Иманым камил, тағы ла меңәрләгән кино һөйөүсене үҙенә ғашиҡ итәсәк әле. Яҙ ҡояшы ҡар ҡосағында ҡалған Өфөнө ҡышҡы йоҡоһонан уятҡанда, ҡоштар тыуған яҡтарына ҡарай ҡанат ҡаҡҡанда, мөхәббәтле ике йөрәк иртәнге кино сеансына ашыҡҡанда мин был талантлы ҡыҙ менән кино сәнғәтенең сикһеҙ серҙәре тураһында һөйләшеп өлгөрҙөм.