Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2019, 13:19

Яңы йыл төнөндә трамвай һәм троллейбустар бушлай йөрөйәсәк

...

Өфө электр транспорты яңы йыл төнөндә Ленин исемендәге майҙанда байрам салютынан һуң өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын бушлай алып ҡайта, тип хәбәр иттеләр муниципаль электр транспорты идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
«1 ғинуарҙа төнгө сәғәт 2-нән һуң «Ҡала Советы» туҡталышынан — троллейбуста, «Дәүләт циркы»нан трамвайҙа бушлай ҡайтырға мөмкин. Яңы йыл төнөндә пассажирҙарҙы бушлай йөрөтөү тураһында ҡарар өфөләр араһында муниципаль электр транспортын популярлаштырыу өсөн ҡабул ителде», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына муниципаль электр транспорты идаралығының матбуғат секретары Гөлүзә Батталова.
Читайте нас в