“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикабыҙҙа ФАП-тар төҙөү дауам итә. Кисә Ғафури районының Байымбәт ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған.
Медицина учреждениеһы барлыҡ заман талаптарына тап килә, ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Был ауыл халҡына беренсел медицина ярҙамы күһәтеү мөмкинлеген һәм сифатын арттырасаҡ.