Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2019, 19:02

«Беренсе Республика» фильмы — «Алтын тәлинкә» премияһының беренсе этабы еңеүсеһе

...

Татарстан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзының Актерҙар йортонда (Ҡазан) кинематография өлкәһендәге I «Алтын тәлинкә» төбәк-ара премияһының беренсе этабын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Тауыш биреүҙә бөтәһе 40 меңгә яҡын кеше ҡатнашты, тип хәбәр итә «Татар-информ».
Онлайн-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса, тамашасылар һөйөүе призын Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» тулы метражлы фильмы алды. Ул 12 меңдән ашыу тауыш йыйҙы. Президент гранттары фонды 300 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтте. Ошо аҡса Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған «Рәми көндәлеге» фильмын төшөрөү өсөн файҙаланыла.
«Беҙҙең тулы метражлы фильм — Башҡортостанда мәҙәниәт үҫеше хаҡында. Был минең өсөн беренсе кинопремия, уны Ҡазанда «Время кино» дирекцияһының ойоштороуы — ҡаһарманлыҡ, сөнки төбәк киноһы ул бик үҙенсәлекле», — тип һөйләне «Беренсе Республика» продюсеры Леонид Филинов.
«Тамашасылар һөйөүе» номинацияһында икенсе бүләкте Ҡазандың «Кахексия» проекты алды (11 меңдән ашыу тауыш). Өсөнсө урынды Александр Яцентюктың «Давай спать вместе» ҡыҫҡа метражлы фильмы яуланы (10 меңдән ашыу тауыш).
Читайте нас: