Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2019, 11:36

Рәсәй Президенты теракт хаҡында иҫкәртеүе өсөн Трампҡа рәхмәт белдерҙе

#ВладимирПутин

Владимир Путин АҠШ Президенты Дональд Трампҡа шылтыратты, тип хәбәр итә РИА Новости. Һөйләшеү Мәскәү инициативаһы буйынса булған.
Владимир Путин Трампҡа махсус хеҙмәттәр линияһы буйынса тапшырылған мәғлүмәт өсөн рәхмәт белдергән, был мәғлүмәт Рәсәйҙә теракттарға юл ҡуймаҫҡа ярҙам иткән. Йома көндө ФСБ Санкт-Петербургта Яңы йылда кешеләр күпләп йыйылған урында теракт эшләргә ниәтләгән ике Рәсәй кешеһен ҡулға алды. Фажиғә әҙерләүсе әҙәмдәргә (Рәсәй граждандары) ҡарата өс статья буйынса енәйәт эше асылды.
Ҡеүәтле илдәр башлыҡтары башҡа төрлө мәсьәләләр хаҡында ла һөйләште. Террорға ҡаршы көрәштә хеҙмәттәшлекте дауам итеү тураһында килештеләр.
Читайте нас: