Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2019, 12:06

Республика дауаханалары 37 яңы ашығыс ярҙам машинаһы алды

#нацпроекты

Башҡортостан "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыуҙа бик уңышлы эшләп килә, федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаларҙы иң күп тотонған төбәктәрҙең береһе ул.
Уҙған аҙнала Республика клиник дауаханаһы биләмәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер нисә республика клиник һәм үҙәк ҡала, район дауаханаларының баш табиптарына 37 яңы ашығыс медицина ярҙамы машинаһы асҡыстарын тапшырҙы. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, һуңғы йыл ярым эсендә республикала тармаҡҡа 200-гә яҡын ашығыс ярҙам машинаһы килде. Бөгөн үҙәк район дауаханаларына төпкөлдә урынлашҡан ауылға ҡаршылыҡһыҙ барып етеү өсөн бөтә ерҙән йөрөргә һәләтле 32 машина тапшырылды.
«С класлы биш автомобиль – реанимация ярҙамын күрһәтеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған реаномобилдәр. Уларҙы ауыр сирлеләрҙе республика клиникаларына алып барыу өсөн дә файҙаланыу ҡаралған. Бөгөнгә 190-дан ашыу тиҙ ярҙам автомобиле 5 йылдан күберәк файҙаланылған. Был һан кәмей, сөнки беҙ автопаркты әүҙем яңыртабыҙ, бөтә саҡырыуҙарҙың 98% пациентҡа 20 минут эсендә килеп етәләр», — тип һөйләне Максим Забелин.
Читайте нас: