Шоңҡар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2019, 16:28

Республикала «ҡоро» закон үҙ көсөнә инде

...

Башҡортостанда бөгөн, 30 декабрҙә, Яңы йылды байрам иткән көндәрҙә иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләгән закон үҙ көсөнә инде.
«Алкоголь һатыу режимы уҙған йылдарҙың криминаль һәм медицина статистикаһынан сығып билдәләнде, – тине республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Мәғлүмәттәрҙе анализлап, хәмер менән ағыуланыу осраҡтарының күбеһе 3 ғинуарға тура килеүенә иғтибар иттек. Тик бында эш тәү ҡарашҡа күренгәнсә ялған продукцияла ғына түгел, ә саманан тыш артыҡ ҡулланыуҙа. Тап 3 ғинуарҙа алкоголь һатыуҙы сикләү шуның менән аңлатыла. Артабанғы көндәрҙә статистика алкоголь психоздары, суицидтар һәм үлтереүҙәр һанының артыуын күрһәтә. Иҫкәртеү маҡсатында 4-6 ғинуарҙа көнөнә иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем хәмер һатыу сикләнә».
Константин Толкачев шулай уҡ депутаттарға алкоголде законһыҙ рәүештә етештереү урындарын һәм суррогат һатыу нөктәләрен асыҡлау буйынса эшкә ҡушылырға саҡырҙы.
«Дәүләт Йыйылышы закондарҙы үтәүҙе контролдә тотоу буйынса вәкәләттәргә эйә. Был көндәрҙә айырыуса рөхсәтһеҙ алкоголь һатыусылар әүҙемләшер, тигән хәүеф бар. Депутаттар ошондай факттарҙы асыҡлау буйынса эшкә ҡушыла».
Республика парламенты спикеры һүҙҙәренсә, был закон – халыҡ араһында эскелекте иҫкәртеү буйынса ҙур эштең башы ғына.
Башҡортостанда күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы спорт һәм мәҙәни саралар программаһы әҙерләнгән, – тине Константин Толкачев. – Бигерәк тә район үҙәктәренә иғтибар бүленә. Ҙур ҡалаларҙа төрлө саралар бик күп, шуға күрә хәмер ҡулланыу сәбәпле хоҡуҡ боҙоуҙар һәм бәхетһеҙ осраҡтар статистикаһы яҡшыраҡ. Был юлы район үҙәктәре лә халыҡҡа ҡыҙыҡлы, төрлө саралар тәҡдим итә ала.
Республика ҡалаларында һәм райондарында ойошторолған барлыҡ яңы йыл саралары хаҡында мәғлүмәт –«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталында.

"Башинформ"дан.

Читайте нас в