Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Декабрь 2019, 11:10

Bloomberg Владимир Путиндың ҡаҙаныштарын баһаланы

Владимир Путиндың егерме йыллыҡ етәкселеге осоронда Рәсәй СССР тарҡалғандан һуң юғалтҡан абруйының бер өлөшөн кире ҡайтара алды, тип яҙа Bloomberg. #ВладимирПутин

Владимир Путиндың егерме йыллыҡ етәкселеге осоронда Рәсәй СССР тарҡалғандан һуң юғалтҡан абруйының бер өлөшөн кире ҡайтара алды, тип яҙа Bloomberg.
Мәҡәлә авторҙары әйтеүенсә, Рәсәй лидеры Ҡытай менән бәйләнеште нығытты, Ҡырымды Рәсәйгә ҡушты, Сүриәләге хәлде үҙгәртте, НАТО блогына ингән Төркиәгә ҡорал һатты. Агентлыҡ шулай уҡ Парижда “Норманд форматы”нда үткән дүрт дәүләт башлығы осрашыуына ла Путин ныҡлы тәьҫир итте, тип билдәләй. Bloomberg агентлығы баһалауынса, Владимир Путиндың иң ҙур ҡаҙанышы – бюджеттың сағыштырмаса ҙур булмауы шарттарында геосәйәси йоғонтоно арттыра алыуы (АҠШ, мәҫәлән, оборонаға, Рәсәй бөтә нимәгә тотонғанға ҡарағанда, икеләтә күберәк аҡса йүнәлтә).
Читайте нас: