Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Декабрь 2019, 11:49

ИРОНИЯ СУДЬБЫ, ИЛИ С ЛЕГКИМ ПАРОМ!

#Шоңҡар_журналы_сайтында_уҡығыҙ 31 ДЕКАБРЬ КӨНӨ, ЙОЛА БУЙЫНСА, ИНДЕ ЯТЛАП БӨТҺӘК ТӘ, БАРЫҺЫНА ЛА ЯҠШЫ ТАНЫШ “ИРОНИЯ СУДЬБЫ, ИЛИ С ЛЕГКИМ ПАРОМ!” ФИЛЬМЫН ҠАРАРҒА ҒӘҘӘТЛӘНГӘНБЕҘ.БӨТӘҺЕ ЯРАТЫП ҠАРАҒАН КОМЕДИЯНЫҢ ШАРШАУ АРТЫНА КҮҘ ҺАЛАЙЫҠ ӘЛЕ. КИҢ БИЛДӘЛЕ КАРТИНАНЫҢ ПРЕМЬЕРАҺЫ 1976 ЙЫЛДЫҢ 1 ҒИНУАРЫНДА КҮРҺӘТЕЛӘ ҺӘМ УНЫ 100 МЛН ТАМАШАСЫ ҠАРАЙ. “СОВЕТСКИЙ ЭКРАН” ЖУРНАЛЫ ОЙОШТОРҒАН ҺОРАУ АЛЫУ БУЙЫНСА, 1976 ЙЫЛДЫҢ ИҢ ЯҠШЫ КИНОКАРТИНАҺЫ БУЛЫП ТАНЫЛА УЛ.ФИЛЬМ ЭМИЛЬ БРАГИНСКИЙ МЕНӘН ЭЛЬДАР РЯЗАНОВТЫҢ 1969 ЙЫЛДА ЯҘЫЛҒАН “ЕҢЕЛ ПАР МЕНӘН! ЙӘКИ БЕР МӘЛ ЯҢЫ ЙЫЛ ТӨНӨНДӘ…” ПЬЕСАҺЫ (ФИЛЬМДЫҢ ИКЕНСЕ ИСЕМЕ ОШОНАН) БУЙЫНСА ТӨШӨРӨЛӘ. ӘЛЕГЕ ӘҪӘР БУЛҒАН ХӘЛГӘ НИГЕҘЛӘНЕП ЯҘЫЛҒАН. 60-СЫ ЙЫЛДАР БАШЫНДА КОМПОЗИТОР НИКИТА БОГОСЛОВСКИЙ ЯҢЫ ЙЫЛ АЛДЫНАН ҮҘЕНЕҢ ИҪЕРЕК ДУҪЫН ВОКЗАЛҒА АЛЫП БАРЫП ҠУЯ. ПРОВОДНИЦАҒА 5 ТИН ТҮЛӘП, ВАГОНҒА УЛТЫРТА ҺӘМ КИЕВҠА ОҘАТА. КЕҪӘҺЕНДӘ 15 ТИН АҠСАҺЫ МЕНӘН ПОРТФЕЛЕНДӘ МИНДЕГЕ ЛӘ БУЛА ТЕГЕНЕҢ. КИНО ГЕРОЙЫ МЕНӘН АЙЫРМА ШУНДА: ДУҪ КЕШЕ КИЕВТА ҮҘ БӘХЕТЕН ТАПМАЙ.БЫЛ ХАҠТА ИШЕТКӘН ЭМИЛЬ БРАГИНСКИЙ МЕНӘН ЭЛЬДАР РЯЗАНОВ ПЬЕСА ЯҘА ҺӘМ КАРТИНА БАШ ҠАЛАНЫҢ БЕР НИСӘ ТЕАТРЫНДА УҢЫШЛЫ ҠУЙЫЛА.

31 ДЕКАБРЬ КӨНӨ, ЙОЛА БУЙЫНСА, ИНДЕ ЯТЛАП БӨТҺӘК ТӘ, БАРЫҺЫНА ЛА ЯҠШЫ ТАНЫШ “ИРОНИЯ СУДЬБЫ, ИЛИ С ЛЕГКИМ ПАРОМ!” ФИЛЬМЫН ҠАРАРҒА ҒӘҘӘТЛӘНГӘНБЕҘ.

БӨТӘҺЕ ЯРАТЫП ҠАРАҒАН КОМЕДИЯНЫҢ ШАРШАУ АРТЫНА КҮҘ ҺАЛАЙЫҠ ӘЛЕ. КИҢ БИЛДӘЛЕ КАРТИНАНЫҢ ПРЕМЬЕРАҺЫ 1976 ЙЫЛДЫҢ 1 ҒИНУАРЫНДА КҮРҺӘТЕЛӘ ҺӘМ УНЫ 100 МЛН ТАМАШАСЫ ҠАРАЙ. “СОВЕТСКИЙ ЭКРАН” ЖУРНАЛЫ ОЙОШТОРҒАН ҺОРАУ АЛЫУ БУЙЫНСА, 1976 ЙЫЛДЫҢ ИҢ ЯҠШЫ КИНОКАРТИНАҺЫ БУЛЫП ТАНЫЛА УЛ.

ФИЛЬМ ЭМИЛЬ БРАГИНСКИЙ МЕНӘН ЭЛЬДАР РЯЗАНОВТЫҢ 1969 ЙЫЛДА ЯҘЫЛҒАН “ЕҢЕЛ ПАР МЕНӘН! ЙӘКИ БЕР МӘЛ ЯҢЫ ЙЫЛ ТӨНӨНДӘ…” ПЬЕСАҺЫ (ФИЛЬМДЫҢ ИКЕНСЕ ИСЕМЕ ОШОНАН) БУЙЫНСА ТӨШӨРӨЛӘ. ӘЛЕГЕ ӘҪӘР БУЛҒАН ХӘЛГӘ НИГЕҘЛӘНЕП ЯҘЫЛҒАН. 60-СЫ ЙЫЛДАР БАШЫНДА КОМПОЗИТОР НИКИТА БОГОСЛОВСКИЙ ЯҢЫ ЙЫЛ АЛДЫНАН ҮҘЕНЕҢ ИҪЕРЕК ДУҪЫН ВОКЗАЛҒА АЛЫП БАРЫП ҠУЯ. ПРОВОДНИЦАҒА 5 ТИН ТҮЛӘП, ВАГОНҒА УЛТЫРТА ҺӘМ КИЕВҠА ОҘАТА. КЕҪӘҺЕНДӘ 15 ТИН АҠСАҺЫ МЕНӘН ПОРТФЕЛЕНДӘ МИНДЕГЕ ЛӘ БУЛА ТЕГЕНЕҢ. КИНО ГЕРОЙЫ МЕНӘН АЙЫРМА ШУНДА: ДУҪ КЕШЕ КИЕВТА ҮҘ БӘХЕТЕН ТАПМАЙ.

БЫЛ ХАҠТА ИШЕТКӘН ЭМИЛЬ БРАГИНСКИЙ МЕНӘН ЭЛЬДАР РЯЗАНОВ ПЬЕСА ЯҘА ҺӘМ КАРТИНА БАШ ҠАЛАНЫҢ БЕР НИСӘ ТЕАТРЫНДА УҢЫШЛЫ ҠУЙЫЛА.

“Поете вы действительно здорово, а вот готовить вы не умеете”

Надя Шевелёва роленә Людмила Гурченко, Светлана Немоляева, Антонина Шуранова, Киров драмтеатры актрисаһы Марина Меримсон, Валентина Талызи на лар үҙҙәрен һынап ҡарай. “Һәр актриса талантлы, шәп уйнаны. Ләкин уларҙың холоҡ үҙенсәлектәре героиня ныҡы менән бөтөнләй тап килмәй ине. Шул ваҡыт төп ҡатын-ҡыҙ ролен Барбара Брыльска башҡарған “Анатомия любви” мелодрамаһы иҫкә төштө. Интим күренештәрҙәге әҙәплелеге, нәзәкәтлелеге һоҡландырғайны уның. Һөймәлекле йөҙ-ҡиәфәте артында уның биографияһы, еңел булмаған яҙмышы, тормошо йәшеренгән ине”, – тип хәтерләй Эльдар Рязанов.

Режиссер уның телефонын табып, Варшаваға шылтырата. Сценарийҙы уҡығас, Барбара Мәскәүгә оса. Уның башҡарыуындағы роль иң ышандырғаны була. Әммә актрисаның ҡарлыҡҡан тауышы һәм акцент менән һөйләүе етди ҡар шылыҡ тыуҙыра. Сөнки уның героиняһы – рус теле уҡытыусыһы, етмәһә, йырлай.

Рязановтың Надя Шевелёваның милләтен һәм һөнәрен үҙгәрткеһе килмәй. Шуға ла ул Барбараның йөҙ-ҡиәфәте менән Алла Пугачева һәм Валентина Талызиналарҙың тауышын берләш терергә ҡарар итә. Әйткәндәй, титрҙа һуңғыларының исемен күрһәтергә онота. Талызина “әлеге полька”ны ярат мағанын бер ваҡытта ла йәшермәй, актерҙар йыйылған бер сарала асыҡтан-асыҡ: “Брыльска өсөн мин һөйләнем, Пугачева йырланы. Ә ул дәүләт премияһын алды. Нимә өсөн?” – тип белдерә. Барбара бәхәсләшмәй: “Һин хаҡлы, әммә ул премияны мин үҙемә үҙем бирмәнем”, – тип яуаплай.

“Я не проходимец, я несчастный человек”

Женя Лукашинды уйнарға Андрей Мироновтың теләге ҙур була. Эльдар Рязанов үҙенең хәтирәләрендә былай тип яҙа: “Андрей үҙен Лукашин роленә һынап ҡарауымды үтенде. Әлеге ролгә тап килмәүен аңлай инем, әммә үтенесен кире ҡаға алманым һәм, дуҫлығыбыҙ хаҡына, бер күренеште уйнап күрһә теү ен һораным. “Ошо эпизод та мине ышандырһаң, Лука шинды уйнаясаҡһың”, – тинем. Кинопроба башланды. Миронов, күҙҙәрен йәшереп, ҡыйыуһыҙ ғына: “А я у женщин никогда не пользовался успехом, еще со школьной скамьи. Была у нас девочка — Ира. Что-то в ней было. Я в нее еще в восьмом классе, как тогда говорили, втюрился. А она не обращала на меня ну никакого внимания. Потом, уже после школы, она вышла за Павла…” – тип, сценарий һүҙҙәрен һөйләй. Дөрөҫ лөк юҡ ине бында. Ышандырманы. Мироновты ҡатын-ҡыҙ ҙың яратмауы икеле. Уға Ипполит образын тәҡ дим иттем. Ә бында Миронов баш тартты, кире ролдә уйнағыһы килмәне. Шулай ҙа беҙ дуҫтар булып ҡалдыҡ”.

Был ролгә йәнә Пётр Вельяминов, Станислав Любшин һынау тота. Ә Мягковты осраҡ лы рәүештә алалар. Етәкселек режиссерҙан раҫлау өсөн актерҙар исемлеген һорай. Бушлыҡты тултырыу өсөн Рязановтың ассистенты үҙенең танышын – үтә бил дәле булмаған Андрей Мягковты тәҡдим итә. Беренсе сәхнәнән үк Рязанов төп геройҙы тапҡанына төшөнә.

“Әлеге фильмдан һуң мине урамда таный башланылар. Тәүҙә ҡыуана инем, аҙаҡ уңайһыҙ була башланы. Бөтөнләй таныш түгел кешеләр бергәләп мунса инергә, һыра эсергә саҡыра; ҡатын-ҡыҙҙар иһә, кәләшеңә хыянат итергә нисек баҙнат иттең, тигәнерәк һорау бирәләр ине. Бер ғауымға Женя Лукашин менән мин айырылмаҫ булдыҡ”, – тип хәтерләй Андрей Мягков.

Башта Ипполитты Олег Басилашвили кәүҙәләндерер гә тейеш була. Улай ғына ла түгел, Женя Ипполиттың фотоларын тәҙрә аша ырғытып, һуңыраҡ Надя уларҙы табып алған күренештә фотоһүрәттә Юрий Яковлев түгел, ә бер нисә эпизодта төшөп өлгөргән, әммә атаһы үлеп ҡалғас, ролдән баш тартҡан ОлегБасилашвили һынланған була. Яҙ етеп, ҡар иреү сәбәпле, әлеге кадрҙы яңынан төшөрөп өлгөрмәйҙәр.

Рязановҡа шундай уҡ талантлы ғына түгел, оҡшаш фактуралы актерҙы эҙләргә кәрәк була. Кейемдәр тегелгән бит инде. Шунда ул Юрий Яковлевҡа мөрәжәғәт итә. Яковлев алмашҡа саҡырыуҙарына үпкәләмәй шунда уҡ ризалаша.

Төп герой кәләш итеп алырға йөрөгән Галя роленә лә бер нисә актрисаны ҡарайҙар. Һөҙөмтәлә режиссер Ольга Науменкоға өҫтөнлөк бирә. Йәш актрисаға был роль ҙур уңыш килтерә

“Какая гадость эта ваша заливная рыба”

“Какая гадость эта ваша заливная рыба”, “О, тепленькая пошла” — был сценарийҙа булмаған фразалар. Улар Юрий Яковлевтың импровизацияһы. Балыҡ, ысынлап та, тәмһеҙ була, ә йылы һыу “Мосфильм” павильонында ул саҡта бик һирәк күренеш булған.

“Кейенгән килеш ваннаға ингәндә душтан, ысынлап та, һыуыҡ һыу аға ине, – тип хәтерләй Юрий Васильевич. – Һәм, йылы һыу аға башлағас, “О, тепленькая пошла!” тигән һүҙ үҙенән-үҙе телгә килде.

Шулай ҡалдырырға ҡарар иттек”. Мунса яратыусылар ҙа (Андрей Мягков, Георгий Бурков (Миша), Александр Белявский (Саша) һәм Александр Ширвиндт (Павлик)) һыуыҡтан зыян күрә. Яңы йыл алдынан дуҫтарҙың мунсала йыйылыу сәхнәһен май байрамдарынан һуң төшөрәләр. “Мосфильм” коридорҙарының береһенең күтәрмәһе аҫтында мунса эскәмйәләре һәм үлсәү ҡуйыла.

“Мунса” сәхнәләрен төндә, “Мосфильм”дың һыуыҡ павильонында төшөрҙөк, – тип һөйләй Ширвиндт, – ә күптәр уйлағанса, Сандуналарҙа түгел. Ысын мунсанан беҙгә ике мискә һыра һәм пальмалар алып килделәр. Һыуыҡ булыу һәм Саша Белявскийҙың тыуған көнө сә бәпле, һәр беребеҙ берешәр шешә “ҡаты”һын да алып килгәйнек. Бутафорскийҙарҙы Жора Бурковтың порт феленә тултырып ҡуйҙыҡ. Шулай итеп, кадрҙа беҙ ысын лап эстек. Сираттағы дублдән һуң байтаҡ иҫереп кит кәйнек, әлбиттә. Рязанов һиҙеп ҡалып, съемканы туҡ татты. Иртәгәһенә бер нисә дублде айыҡ килеш төшөр ҙөк. Әммә фильмға тәүге көндәге кадрҙар эләкте!”

Эльдар Рязанов үҙе иһә характерлы эпизодик роль башҡара – самолетта осҡанда йоҡлап барған Лукашин гел генә иңенә йығылған пассажирҙы һынландыра.

Рязанов үҙе һөйләүе буйынса, төшөрөлгән эпизодты ҡарағанда, ҡуйы булмаған сәсе араһынан пеләше төҫмөрләнеүен күреп кәйефе ҡырыла.

“3-я улица Строителей, дом 25, квартира 12, первый подъезд, третий этаж…”

Белеүебеҙсә, фильмдың башында бер типтағы архитектура проекттары булдырыу, илдең төрлө ҡалаларында бер иш өйҙәрҙән торған мик ро ра йон дар төҙөү тураһындағы сатирик мультипликацион башлам күрһәтелә (авторы һәм рәссамы — Виталий Песков).

Ысынында иһә киноны Мәскәүҙең Вернандский проспектындағы 125-се панель йортта төшөрәләр. Был урамдағы эксперименталь проект буйынса төҙөлгән өс йорттоң береһе ул. Әле уның аҫҡы ҡатында Көньяҡ-көнбайыштағы театр урынлашҡан.

2003 йылда әлеге йорт стенаһына иҫтәлекле алтаҡта ҡуйыла һәм шунда уҡ өйҙәргә хаҡтар ҙа арта. Алтаҡта ҡуйыу тантанаһында оло быуын кешеләре нисек өшөгән Барбара Брыльсканы сәй менән һыйлауҙарын, форточканан осоп ингән ҡағыҙ һәм пенопласт киҫәктәре ҡаҡшатыуын иҫләп һөйләй. “Ул йылда ҡар бик аҙ ине, – тип хәтерләй Александр Борисов. – Ҡыйыҡ башына мамыҡ һалдыҡ, буранды һүрәтләгәндә ҡағыҙ һәм пенопласт эшкә ҡушылды”.

“Фильмды июндә генә төшөрөп бөттөк, – тип һөйләй Эльдар Рязанов бер интервьюһында, – һәм картина яңы 1976 йыл тыуғанын, йәғни телевизион премьераны ярты йыл көттө. Ошо арауыҡта эскелекте пропагандалаған өсөн кино экранға сыҡмаясаҡ тигәнерәк имеш-мимештәр йыш ишетелде. Беҙҙең бәхеткә, фильмды СССР-ҙа тәүгеләрҙән булып Брежнев ҡараны һәм уға бик оҡшаны. Шулай итеп, 1976 йылдың беренсе ғинуарында “Ирония судьбы…” картинаһын телевиде ние нан күрһәттеләр. Ә 1977 йылда ул СССР-ҙың Дәү ләт премияһына лайыҡ булды. 1976 йылдың иң яҡшы фильмы, ә Андрей Мягков – иң яҡшы актер булып танылды”.

ӘГӘР ИҒТИБАР ИТҺӘК…

Картинала самолёттар һәр ваҡыт алмашына. Мәҫәлән, Женяны ИЛ-62 самолетына ултырталар, ә осоп барған самолет – ТУ-134. Женя ергә төшкәндә ТУ-154 күрһәтәләр. Әйткәндәй, тормошта ундай хәлдәге пассажирҙы самолетҡа ултыртмаҫтар, паспортын да тикшерерҙәр ине.

***

Женяға Павлик килгән эпизодта, ишекте уның әсәһе аса һәм Павлик алып килгән шампанды уға бирә. Һөйләшкәндән һуң, ишекте ябыр алдынан әсәй кеше шешәне тағы берҙе ала.

***

Надяны алып барған таксист та юл ахырына үҙгәрә. Машинаға ултырғанда ҡара сәсле, бакенбардалы шофер булһа, төшкән сағында руль артында – һары сәсле ир кеше.

***

Женя Надяның фатирына ишекте асҡыс менән аса, әммә бикләмәй. Надя ҡабаттан асҡыс менән аса.

***

Йыр пластинкалары ла һәр ваҡыт алышынып тора: уның уртаһына йәбештерелгән ҡағыҙы йә аҡ, йә ҡыҙыл, йә күк төҫтә.

***

Бер кадрҙа (Ипполиттың өйҙән сығып киткән мәлендә) сумаҙан өҫтөндә ҡыйбатлы “Camus” коньягының йәшниге тора. Был бүлмәлә барған артабанғы күренештәрҙә унда бөтөнләй икенсе ҡап күрәбеҙ.

***

Надяның бүлмәһендәге телефон да гел төҫөн үҙгәртә: ул йә йәшел, йә ҡыҙыл.

***

Женяның әсәһенең яурынында таҫтамал бер эленеп тора, бер юҡҡа сыға.

Читайте нас: