Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2020, 18:49

Байрамда ҡайҙа барырға?

Яңы йылды матур ҡаршылау өсөн республикала бик күп эштәр башҡарылды: сағыу иллюминациялар, тере һәм пиксель шыршылар, 800-ҙән ашыу боҙ ҡаласығы һәм сауҙа үҙәктәре эргәһендә 100-ҙан ашыу майҙансыҡ барлыҡҡа килде.Өҫтәүенә 2 меңдән ашыу шыршы, 1,5 меңдән күберәк арт-объект ҡуйылды. Үткән йылдар менән сағыштырғанда, быйыл баш ҡалабыҙ күпкә күркәмләнде. Өфөләр ҙә, ҡунаҡтар ҙа был үҙгәрештәрҙе ҡыуанып ҡабул итте. Шуға ла ҡала майҙансыҡттарында кеше өҙөлмәй, ял көндәрендә ҡар тауҙарында кинәнеп шыуа, иҫтәлеккә фотоға төшә.Шулай уҡ баш ҡаланың Ленин майҙанындағы эш хаҡында әйтеп китеү урынлы булыр. Быйыл унда Италияның яҡтылыҡ архитекторы, рәссамы Валерио Фестиҙың Яңы йыл инсталляцияһы урын алған. Уны да күреп ҡалырға ышығығыҙ. “Торатау” Конгресс-холлы эргәһендәге “Торатау” 32 метрлыҡ яһалма пиксель шыршыны ла ҡарарға онотмағыҙ. Ундағы төрлө һүрәттәр, сихри көйҙәр байрам кәйефегеҙҙе тағы ла күтәреп ебәрер.

Яңы йылды матур ҡаршылау өсөн республикала бик күп эштәр башҡарылды: сағыу иллюминациялар, тере һәм пиксель шыршылар, 800-ҙән ашыу боҙ ҡаласығы һәм сауҙа үҙәктәре эргәһендә 100-ҙан ашыу майҙансыҡ барлыҡҡа килде.
Өҫтәүенә 2 меңдән ашыу шыршы, 1,5 меңдән күберәк арт-объект ҡуйылды. Үткән йылдар менән сағыштырғанда, быйыл баш ҡалабыҙ күпкә күркәмләнде. Өфөләр ҙә, ҡунаҡтар ҙа был үҙгәрештәрҙе ҡыуанып ҡабул итте. Шуға ла ҡала майҙансыҡттарында кеше өҙөлмәй, ял көндәрендә ҡар тауҙарында кинәнеп шыуа, иҫтәлеккә фотоға төшә.
Шулай уҡ баш ҡаланың Ленин майҙанындағы эш хаҡында әйтеп китеү урынлы булыр. Быйыл унда Италияның яҡтылыҡ архитекторы, рәссамы Валерио Фестиҙың Яңы йыл инсталляцияһы урын алған. Уны да күреп ҡалырға ышығығыҙ. “Торатау” Конгресс-холлы эргәһендәге “Торатау” 32 метрлыҡ яһалма пиксель шыршыны ла ҡарарға онотмағыҙ. Ундағы төрлө һүрәттәр, сихри көйҙәр байрам кәйефегеҙҙе тағы ла күтәреп ебәрер.
Читайте нас: