Шоңҡар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2020, 23:49

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанда йәшәгән өләсәһенең манты рецебы менән бүлеште

...

Кисә, Яңы 2020 йылға 12 сәғәт ҡалғас, Башҡортостандың Раевка ауылынан күренекле яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева Instagram социаль селтәрендә ғаиләләрендә быуындан быуынға тапшырыла килгән манты рецебы менән бүлеште. Ләйсәнде ошо ризыҡты бешерергә өләсәһе өйрәткән.
«Ғаиләбеҙҙә 31 декабрҙә ҙур өҫтәл артына йыйылып, манты, бәлеш бешереү, салаттар эшләү һәм йылға йомғаҡ яһау йолаһы бар. Үҙеңде әкиәттә, бала саҡҡа ҡайтҡан кеүек итеп тояһың. Әйтерһең дә, миңә йәнә 10 йәш һәм мин өлкәндәргә өҫтәл әҙерләшәм... һәм мөһимлек тойғоһо. Бигерәк тә оло быуын үҙҙәренең хәтирәләрен иҫкә төшөрә башлаһа, ә бүлә-бүләсәрҙәр ауыҙҙарын асып тыңлай. Бөгөн күптәнге һорауығыҙ буйынса — манты!» — тип яҙҙы Үтәшева.
Комментарийҙарҙа Ләйсән Үтәшеваға, уның өләсәһенә һәм ғаиләһенә Яңы йылда һаулыҡ һәм тағы ла күберәк тәмле рецепттар теләйҙәр.
Читайте нас в