Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2020, 18:27

Тәүге урында хәүефһеҙлек

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Яңы йыл каникулдарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Яңы йыл каникулдарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Байрам көндәрендә янғындар артыуы күҙәтелә, айырыуса пиротехника ҡулланғанда диҡҡәтле булырға кәрәк.
Ведомство кисектергеһеҙ ярҙам хеҙмәте телефондарын хәтергә төшөрә. Кеҫә һәм өй телефондарынан янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусыларҙы – 101, полицияны - 102, ашығыс медицина ярҙамын – 103 һәм авария газ хеҙмәтен 104 һандары буйынса саҡыртырға була. Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенең телефоны 112. Хәүефһеҙлек тәьмин итеүсе бөтә хеҙмәттәр юғары әҙерлек хәленә килтерелгән.
Читайте нас: