Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2020, 00:13

Яңы йыл мөбәрәк булһын!

Ҡәҙерле дуҫтар!

Ҡәҙерле дуҫтар! Бер нисә сәғәттән Яңы - 2020 йылға аяҡ баҫырға торабыҙ. Ошо күркәм, тылсымлы мәл айҡанлы һеҙгә иң ихлас теләктәребеҙҙе еткерергә ашығабыҙ. Һәммәбеҙ өсөн дә Сысҡан йылы уңышлы, бәрәкәтле, ырыҫлы булһын. Һәр кемгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, ғаилә бәхете, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы татырға насип булһын. Һәр йортта бәхет, именлек, муллыҡ, күңел байлығы, дуҫлыҡ, берҙәмлек, татыулыҡ хакимлыҡ итһен, яҡындарыбыҙ араһында юғалтыуҙар булмаһын, киреһенсә, артып, ишәйеп, татыу, ҙур ғаилә булып, һәр яңы көнгә шатланып, именлектә, тыныслыҡта ғүмер кисерергә яҙһын.
Яңы йыл мөбәрәк булһын!
Читайте нас: