Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2020, 13:00

Башҡортостанда һигеҙ санавиция вертолет майҙансығы барлыҡҡа килә

#нацпроекты

2020 йылдың июленә тиклем тағы һигеҙ санавиация вертолет майҙансыҡтары төҙөлә, тип хәбәр иттеләр 30 декабрҙә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.
Уларҙы киләһе йылдың икенсе ярты йыллығынан милли проект сиктәрендә файҙаланыу күҙаллана.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин хәбәр итеүенсә, Өфөлә республика клиник перинаталь үҙәге биләмәһендә ошондай бер майҙансыҡ асылды.
Июлгә Нефтекамала, Асҡында, Баймаҡта (Сибайҙа), Мәсәғүттә, Стәрлетамаҡта, Белоретта һәм Өфөлә яңы майҙансыҡтар барлыҡҡа килергә тейеш. Пациенттарҙы Өфөгә вертолет менән килтереү ваҡытты экономиялай: мәҫәлән, Стәрлетамаҡтан осош өсөн 40 минут, Сибайҙан һәм Баймаҡтан – бер сәғәт 40 минут, Белореттан – бер сәғәт 30 минут, Октябрьскийҙан бер сәғәт кәрәк.
Читайте нас: