Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2020, 16:47

Өфө йәнә беренсе!

1 ғинуарҙа Бөтә донъя шашкасылар федерацияһы сираттағы рейтингын баҫып сығарҙы.

Ундағы күрһәткестәр һөйөнөслө: Өфө шашкасылары иң тәүге урындарҙа тора. Ир-егеттәр араһынан - туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы Александр Георгиев менән ҡатын-ҡыҙҙар араһынан алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәй.
Әйткәндәй, Александр Георгиев 2018 йылдың1 июленән алып донъя рейтингының тәүге баҫҡысын биләһә, Тамара Танһыҡҡужина иһә 2019 йылдың 1 октябренән – иң алдынғы урында килә.
Әлеге 100 кешенән торған рейтингтағы 15 спортсы – Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалалары тәрбиәләнеүселәре. Спортсыларыбыҙға һәр ваҡыт шулай алдынғы урындарҙы һаҡлауын, яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Киләһе рейтинг ағымдағы йылдың 1 апрелендә сығасаҡ.
Читайте нас: