Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2020, 18:27

Һәр урамдың үҙ шыршыһы, Ҡыш бабайы, Ҡарһылыуы...

Ғафури районының Юлыҡ ауылында Яңы йыл байрамын ҡайһы бер урамдар үҙҙәрендә айырым ойошторған.

Һәр яҡтың үҙ шыршыһын, Ҡыш бабайын, Ҡарһылыуын булдырып байрам итеү идеяһы 2018 йылда Мағаш (урындағы халыҡ телендә Япония тиҙәр) урамында йәшәүселәрҙә барлыҡҡа килгән. 2020 йылды ҡаршылығанда ла был матур йолаға тоғро ҡалалар. Кәрәк-яраҡ, лоторея уйнатыр өсөн өй беренсә аҡса, бүләктәр йыйып матур байрам сараһы ойошторалар.
Был күренеш бүтән урамдарҙың да күҙен ҡыҙҙыра. Үтеп барған йылды лайыҡлы итеп оҙатырға Мәктәп, Үҙәк урамдары ла дәррәү, берҙәм тотона.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. Сәмләшеп донъя көткән, йәмәғәт эштәрендә лә тиҙ генә йыйнала һалып проблемаларҙы хәл итергә күнеккән юлыҡтарҙың был башланғысын да хуплап, “Афариндар!” тиергә генә ҡала.
Читайте нас: